Поделиться Поделиться

Имран (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе 3 страница

102.Сөләймәндең хөкөмдарлығы ваҡытында улар шай­тандарҙың (уйҙырма) ялғандарына эйәрҙеләр. Сөләймән кәфер түгел ине. Әммә шайтандар кәфер булды. Сөнки улар Һарут менән Марут исемле ике фәрештәгә индерелгән сихыр­ҙарҙы Бабил илендәге кешеләргә өйрәттеләр. Гәрсә, был ике фәрештә бөтөн кешегә:

— Беҙ бары тик (кешеләрҙе) вәсүәсәгә һалып һынау өсөн төшөрөлдөк. Һаҡ булығыҙ, яңғылышып, беҙҙән сихыр өйрәнеп, кәфер була күрмәгеҙ, — тип киҫәтеүҙән башҡа һис кемгә (си­хыр) өйрәтмәнеләр.

Улар ошо ике фәрештәнән ир менән ҡатын араһын боҙа торған сихырҙар өйрәнделәр. Сихырсылар, Аллаһтың рөхсәте булмаған килеш, һис кемгә зарар эшләй алмаҫ. Улар үҙҙәренә файҙа килтерә торғанды түгел, үҙҙәренә зарар килтерә торған сихырҙы өйрәнделәр. Сихырға ҡатнашҡандарҙың Әхирәттә насибы булмаясағын улар бик яҡшы белә ине. Сихыр бәйәһенә улар үҙҙәрен һатты. Бынан да яман эш булырмы? Әгәр улар быны аңлаһа... (103)Иман килтереп, үҙҙәрен был яман­лыҡтан ҡотҡарһалар, шөбһәһеҙ, Аллаһ тарафынан би­реләсәк сауап улар өсөн тағын да хәйерлерәк булыр ине. Улар быны аңлаһындар ине!

104.Һәй, иман килтергән кешеләр!

— Рағийнә (беҙҙе һаҡла) — тимәгеҙ. — Унҙурнә(беҙгә ҡара), — тип әйтегез! Уның вәғәзен ҡолаҡ һалып тыңлағыҙ.Кәферҙәр өсөнҡайғы биреүсе язаәҙерләнгән.

(«Рағийнә” һүҙе ғәрәпсә «Беҙҙе күҙәтеп, тура юлға күндер» мәгәнәһендә булып, шул уҡ һүҙ йәһүдтәрсә һүгенеү һүҙе була икән. Йәһүдтәр Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе мыҫҡыллап көлә торған булалар. Шунан Аллаһ был һүҙҙе ҡулланыуҙан тыя. Уның урынына «унҙурнә» һүҙен ҡуллунырға ҡуша». Али Өзәк тәфсиренән.)

«Рағийнә» һүҙе «тыңла, ишет» мәғәнәһендә булып, баҫым менән әҙ генә үҙгәртелгәс, «ул ахмаҡ, аңғыра, шашҡан» мәғәнәләрен ала. «Унзурнә» һүҙе иһә, «беҙҙе көт, беҙгә форсат бир» тигән мәғәнәне аңлата». Мәүләнә Ғәли Тәфсиренән.)

105.(Ий, мөьминдәр) китаплы халыҡ та, кәферҙәр ҙә, мөшриктәр ҙә Раббығыҙҙан һеҙгә ниғмәттәр индерелеүен һис тә теләмәйҙәр. Аллаһ рәхмәтен Үҙе теләгәндәргә индерә. Аллаһ — сикһеҙ мәрхәмәт эйәһеҙер.

106.Беҙ берәй аяттың көсөн ғәмәлдән сығарһаҡ йәки уны онотторһаҡ, һис шикһеҙ, тағын да яҡшырағын йәки шуға оҡшашын бирербеҙ. Аллаһтың бар нәмәгә ҡөҙрәте ет­кәнен һин белмәйһеңме әллә?

107.Күктәрҙең, Ерҙең байлығы, шулар менән идара итеү бары тик Аллаһ ихтыярында икәнен Һин белмәйһеңме ­ни? Һеҙҙең өсөн Аллаһтан башҡа дуҫ та, ярҙамсы ла юҡ.

108.Әллә һеҙ әүәлдәгесә, Мусаға һорауҙар биргәнегеҙ кеүек, был пәйғәмбәрегеҙгә лә һорауҙар яуҙырмаҡ булаһығыҙмы? Иманын юғалтҡан кеше, һис шикһеҙ, тура юлдан тайған булыр.

109.(Әй, мөьминдәр) китап әһелдәренең күбеһе, Хаҡ Тәғәлә үҙҙәренә (Тәурәт менән) ысын дөрөҫлөктө бәйән иткәндән һуң, эстәрендәге хөсөтлөк, көнләшеү арҡаһында, һеҙҙе иманығыҙҙан яҙҙырып, яңынан кәфер итмәксе булалар. Хәҙер инде һеҙ уларҙы кисерегеҙ һәм Аллаһтың әмере килгәнсегә ҡәҙәр, улар менән аралашмағыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә.

110.Намаҙ ҡалдырмағыҙ, зәкәтте тейешенсә һәм ваҡытында биреп барығыҙ. Алдан уҡ үҙ файҙағыҙға ҡылған изге­легегеҙ өсөн Аллаһ ҡаршыһында әжерен аласаҡһығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙы тулайым күреп тора.

111.(Китап әһелдәре):

Йәһүдтәр һәм христиандарҙан башҡа бер генә халыҡ та йәннәткә кермәҫ, — тип әйтәләр.

Был уларҙың нигеҙһеҙ хыялыҙыр. Һин уларға:

— Әгәр ҙә һеҙ, ысындан да, хаҡлы икән, быңа дәлилдәр килтерегеҙ! — тип әйт.

112.Юҡ инде! Йөҙөн ихластан Аллаһ тарафына йүнәлдергән кешегә әжер Раббы менән ҡауышҡас булыр. Шулар өсөн ҡурҡыныс булмаҫ, шуларға ҡайғы килмәҫ.

113.Йәһүдтәр:

— Христиандарҙың таянысы юҡ (улар хаҡ диндә түгел), - тинеләр. Христиандар иһә:

— Йәһүдтәрҙең таянысы юҡ (уларҙың дине дөрөҫ түгел), — тинеләр. Гәрсә, улар бер үк китаптарҙы уҡый. (Хәбәре булма­ғандар ҙа, уҡый-яҙа белмәгәндәр ҙә) нәҡ шулар һүҙен ҡабат­лай. Бәхәсселәрҙең ҡайһыһы хаҡлы, ҡайһыһы хаҡһыҙ икә­не тураһында Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ хөкөм сығарасаҡ.

114.Мәсеттәрендә Аллаһтың исемен телгә алмаҫҡа бойороусы һәм (мәсеттәрҙе) емерергә тырышыусыларҙан да залимыраҡ кем бар икән был донъяла? Ысынлыҡта, улар шунда ҡурҡа-ҡурҡа керергә тейеш. Улар өсөн донъяла түбәнлек, Әхирәттә яза әҙерләнгән.

115.Көнсығыш тарафы ла, Көнбайыш тарафы ла Аллаһтыҡыҙыр. Ҡайһы тарафҡа ҡараһағыҙ ҙа, һеҙ йөҙөгөҙ менән Аллаһҡа ҡарап баҫҡан булырһығыҙ. Хаҡтыр, Аллаһтың рәхмәте киң. Ул һәр нәмәне белеп тора.

(«Күңелең Аллаһҡа тура булғанда, ҡайһы тарафҡа ҡарап намаҙ укы­һаң да дөрөҫ, томан, буран эсендә Ҡийбланы таба алмағанда, һин ҡайҙа ҡарап сәждә итһәң дә, дөрөҫ булыр, намаҙың ҡабул ҡылыныр. Көнсығыш тарафы ла, Көнбайыш тарафы ла — бөтөн Ер шары тигән мәғәнәлә».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

116.(Кәферҙәр):

Аллаһ бала атаһы булды! — тинеләр. Әстәғфирулла! Ул бындай түбәнлектәрҙән азат. Күктәрҙәге һәм Ерҙәге бөтөн нәмә Уныҡы, барыһы ла Уға буйһона.

(«Йәһүдтәр Ғөзәйерҙе, христиандар Ғайсаны, мөшриктәр фәрештәләр­ҙе Аллаһы Тәғәләнең балалары, тинеләр». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

117.Ул күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итеүсе. Берәй нәмә барлыҡҡа килтерергә теләһә, Ул:

— Бар бул! — ти. — һәм Ул теләгән нәмә шунда уҡ бар була.

118.Наҙандар:

— Аллаһ беҙҙең менән һөйләшһен ине, — тип әйтәләр, йәки:

— Беҙгә лә берәй мөғжизә индерһен ине, — тип әйтәләр.

Уларҙан элек йәшәгән наҙандар ҙа нәҡ бына шундай һүҙҙәр әйткән ине. Улар күңелдәре менән бер-берҙәренә ныҡ оҡшаш. Юҡһа, Беҙ дөрөҫөн белергә теләгәндәргә аяттарҙы ап-асыҡ итеп индерҙек.

119.Дөрөҫө шулдыр, Беҙ һине Хаҡ (Ҡөръән менән йәннәт тураһында) һөйөнөслө хәбәр бирер өсөн һәм (йәһәннәм тураһында) киҫәтеүсе сифатында күндерҙек. Һин (Мөхәммәд) йәһәннәмдәгеләр өсөн яуап тотмаясаҡһың.

120.Уларҙың динен ҡабул итмәһәң, йәһүдтәр ҙә, христиандар ҙа асылда Һинән ҡәнәғәт булмаҫтар. Әйт һин уларға:

— Дөрөҫ юл бары тик Аллаһ күрһәткән юл ғына, — тип әйт. Һиңә килгән ғилемдән һуң, улар юлынан китһәң, шул булыр: һине бер генә дуҫың да, бер генә ярҙамсың да Аллаһтың нәфрәтенән ҡотҡара алмаҫ.

121.Үҙҙәренә китап индерелгән кешеләр (мәғәнәһен боҙ­майынса, һүҙҙәрен үҙгәртмәйенсә) инанып уҡыйҙар, сөнки улар китап уҡығандан һуң иман килтерҙеләр. Шул китапты инҡар итеүҙе кәферҙәр иһә (һәм мәтди, һәм мәғәнәүи) зыян күрәсәк.

(«Йәһүд ғалиме Абдулла ибн Сәләм менән дуҫтары Ҡөръәнгә инанып, мосолман булдылар. Бүтән риүәйәткә күрә, Жәфәр бин Әбү Талип менән Хәбәшстандан килгән ҡырҡ кешелек йәмәғәт Ҡөръән уҡып, Исламды ҡабул иттеләр» Хәсән Чантай тәфсиренән.)

122.Әй, Исраил тоҡомо, һеҙгә биргән ниғмәттәремде һәм бөтөн ғәләм халыҡтарынан һеҙҙе өҫтөн ҡуйғанымды иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. (123)Һис кем башҡа кеше өсөн һис бер нәмә эшләй алмаясаҡ, (гөнаһтарҙы йыуыу өсөн түләү) фидийә ҡабул ител­мәйәсәк, хатта шәфәғәттең һис кемгә ярҙамы теймәйәсәк Көндән (Ҡиәмәттән) ҡурҡығыҙ.

124.Заманында Раббы Ибраһимды бер нисә һүҙ менән һынап ҡараны һәм эш тамам булғас, әйтте:

— Мин Һине кешеләрҙе өндәүсе (имам) итеп ҡуясаҡмын, - тине.

Ибраһим:

— Йә, Раббым, минең ҡәрҙәштәрем араһынан да имам­дар билгелә, — тине.

Аллаһ әйтте:

— Залимдар (кәферҙәр)гә вәғәҙәм юҡ, тине.

125.Беҙ Йортто (Кәғбәне) кешеләр бергә йыйылһын тип, именлек урыны иттек.

— Һеҙ ҙә Ибраһимдың баҫҡан ерен намаҙ уҡыу урыны итегеҙ. Ибраһим менән Исмәғилгә: тауаф итергә килеүселәр, ғибәҙәт ҡылыусылар, рәҡәғәт һәм сәждәгә киткәндәр өсөн өйөмдө(Кәғбәне һындарҙан) таҙа тотоғоҙ, - тип бойорҙоҡ.

126.Ибраһим әйтте:

— Йә, Раббым, ошо ҡаланы имен ит. Аллаһҡа һәм Әхирәткә инанғандарҙы еләк-емештәр менән һыйла, — тине.

Аллаһ бойорҙо:

— Инҡарсылар әҙ ваҡытҡа ғына был ниғмәттәрҙән фай­ҙаланыр. Ләкин һуңынан уларҙы йәһәннәм утына ташлаясаҡмын. Бик тә хәтәр урын ул — йәһәннәм.

127.Ул заманда Ибраһим менән Исмәғил икәүләшеп Бәйтулланың (Кәғбә) нигеҙен күтәрҙеләр.

— Йә, Раббыбыҙ, доғабыҙҙы, эшебеҙҙе ҡабул ит, зинһар. Шик юҡтыр, Һин беҙҙе ишетеп, күреп тораһың, — тип ғибәҙәт ҡылдылар.

128.(Ибраһим менән Исмәғилдең доғаһы):

Йә, Раббыбыҙ, зинһар, беҙҙе Үҙеңдең мосолман ҡолда­рыңдан һана, нәҫелебеҙҙән Һиңә итәғәт итеүсе бер өммәт әҙерлә; беҙгә ғибәҙәт урындарын һәм ысулдарын өйрәт; тәүбәләребеҙҙе ҡабул әйлә, беҙҙе ярлыҡа. Хаҡтыр, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтле Раббы бары тик Һин генә. (129)Йә, Раббыбыҙ, (Ибраһим тоҡомона) үҙ араларынан сыҡҡан, уларға аяттарыңды уҡып биреүсе, китап һәм хикмәттәрҙе өйрәтеүсе, уларҙың күңелдәрен сафландырыусы бер пәйғәмбәр күндер. Хаҡтыр, бөтөнөбөҙҙән өҫтөн, һәр нәмәне кәрәгенсә башҡарыусы бары тик Һин генә.

130.Ибраһим тотҡан диндән үҙен-үҙенә ахмаҡлыҡ ҡылған диуаналарҙан башҡа кем баш тартһын? Беҙ уны был донъя­ла һайланыҡ. Шөбһәһеҙҙер, ул Әхирәттә изгеләр рәтендә булыр. (131)Сөнки Раббы уға:

— Мосолман бул! — тине.

— Ғәләмдәрҙең Раббыһына баш эйҙем, — тине Ибра­һим да.

132.Ибраһим ғәләйһис-сәлләм дә быны балаларына васыят итте. Хәҙрәти Яҡуп та:

— Улдарым, хаҡтыр, һеҙҙең өсөн был динде Аллаһ һайлап бирҙе, шуға күрә, бары тик мосолман булып йәшәгеҙ, мосолман булып үлегеҙ, —тине.

133.(Әй, кәферҙәр) Яҡуп йән биргәндә, һеҙ уның янында инегеҙме, юҡһа?

Үләр алдынан (Яҡуп) улдарына:

— Минән һуң кемгә итәғәт итеп йәшәрһегеҙ? — тине.

— Һинең ата-бабаларың Ибраһим, Исмәғил, Исхаҡтың Тәңреһе булған бер Аллаһҡа буйһонасаҡбыҙ, беҙ бары тик Аллаһҡа ғына итәғәт итәсәкбеҙ, — тинеләр Яҡуп ба­лалары.

134.Донъяға килеп-киткән өммәттәр ҡылған (гөнаһ-сауап) уларҙың үҙҙәренә булыр. Һеҙ ҡылғандар — үҙегеҙгәҙер. Һеҙ улар (гөнаһлылар) өсөн яуапҡа тартылмаҫһығыҙ.

135.(Йәһүдтәр менән христиандар):

Йәһүди йәки христиан булығыҙ, хаҡлыҡ юлын табырһығыҙ, - тинеләр.

Әйт Һин:

— Юк! — тип әйт. — Беҙ хәниф (хаҡ дингә күскән кеше) Ибра­һим тотҡан саф динде тотасаҡбыҙ. Ул бер ҡасан да мөшрик булманы?

136.— Беҙ Аллаһҡа ышанабыҙ һәм беҙгә индерелгән (Ҡөръән)гә ышанабыҙ; Ибраһим, Исмәғил, Исхаҡ, Яҡуп һәм уның ейәндәренә индерелгәнгә, Мусаға индерелгәнгә Китап (Тәурәт)кә, Ғайсаға индерелгән (Инжил)гә, Аллаһ тарафынан бүтән пәйғәмбәрҙәргә индерелгәндәргә айырмайынса ышанабыҙ һәм бары тик Аллаһҡа ғына итәғәт итәбеҙ, — тип әйт.

137.Әгәр улар ҙа, һеҙ инанған кеүек, (Аллаһҡа) инанһа, тура юлды тиҙ табасаҡтар. Әгәр ҙә инде Аллаһтан баш тартһалар, һис шикһеҙ, ҡаршы булып, аҙашасаҡтар. Уларға ҡаршы көрәшер өсөн һиңә бер Аллаһ етә. Аллаһ барыһын да ишетеп, белеп тора.

138.Аллаһтың (дине Ислам) нурынан башҡа кемдең нуры (кемдең дине) яҡшыраҡ? Беҙ Аллаһтың нурына ҡойон­доҡ. Беҙ Аллаһҡа ғына ғийбәҙәт ҡылабыҙ, — тип әйтегеҙ.

(«Һин Аллаһтың буяуына ҡара! Кем Аллаһтан да гүзәл буяу менән буяй белер? Бына беҙ Аллаһға ғына ғибәҙәт итеүселәрҙән!» Әлмалылы Йазыр тәфсиренән.)

(«Бына Аллаһтың буяуы... Аллаһтан башҡа тағын да гүзәл буяуы булған кем барҙыр? Беҙ Аллаһға ғына ҡоллоҡ итәбеҙ». Талат Кочигит тәфсиренән.)

«Аллаһтан да гүзәлерәк төҫ биреүсе бармы? Беҙ уға ғына ғибәҙәт ҡылыусыларбыҙ».Үзбәксә нөсхәнән.)

«Мы берем цвет Аллаха, и кто лучше Аллаха в расцвечивании, и мы — ему поклоняющиеся» Мәүланә Ғәли тәфсиренән.)

«Бер Хоҙай Тәғәләнең сибғәтенә эйәреүселәрбеҙ. Әлбиттә, Хоҙай Тә­ғәлә яҡшырак паклаусыҙыр мөьминде Ислам дине менән һәм беҙ Хоҙай Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыусыларбыҙ» Мөхәммөд Садиҡ Иманҡолойҙың тәфсирле тәржемәһенән.)

139.Әйт Һин уларға:

— Беҙҙең Раббыбыҙ — Аллаһ Тәғәлә, — тип. — Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең дә Раббығыҙ. Шулай булғас, һеҙ ни өсөн беҙҙең менән тартҡылашырға булдығыҙ? Беҙ ҡылған (сауап) үҙебеҙгә, һеҙ ҡылғандар (гөнаһ) үҙегеҙгә. Беҙҙең күңелдәребеҙ ихлас­тан Аллаһҡа бағланған.

140.Һеҙ — Ибраһим, Исмәғил, Исхаҡ, Яҡуп һәм улар­ҙың ейәндәре ҡайсандыр йәһүд һәм христиан булған, тип уй­лайһығыҙмы? Әйт Һин уларға:

— Бөтөн нәмәне һеҙ беләһегеҙме, әллә Аллаһмы? — тип әйт. Аллаһ индергән аяттарҙы йәшерергә тырышыусыларҙан да яманыраҡ бер кем булмаҫ. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан хәбәрһеҙ түгел.

141.Донъяға килеп киткән өммәттәр ҡылған (гөнаһ-сауап) үҙҙәренә булыр. Һеҙ ҡылғандар — һеҙгә. Һеҙ улар ҡылған (гөнаһтар) өсөн яуапҡа тарттырытылмаясаҡһығыҙ.

142.Кешеләрҙең ахмаҡ-наҙандары әйтте:

— Ҡиблаларын үҙгәртергә уларҙы нимә мәжбүр итте? - тинеләр. Әйт Һин уларға:

— Көнсығыш та, Көнбайыш та (бөтөн Ер йөҙө) Аллаһтыҡылыр. Ул кешеләрҙе Үҙе теләгәнсә турылар, — тип әйт.

143.Бына шулай итеп, Беҙ һеҙҙе кешеләр ҡылған ғәмәлдәргә шаһит булһындар тип, араҙашсы олуғ өммәт иттек. Рәсүлебеҙҙе лә һеҙҙең тура юлда булыуығыҙға шаһит булһын тип, ебәрҙек. (Ий, Мөхәммәд) Һин сәждә иткән ҡибланы мин һынар өсөн бирҙем: һиңә эйәреп барырҙар­мы, әллә үксәләрен ялтыратып, башҡа юлдан китерҙәрме, тип. Әлбиттә, имандары ҡаҡшау булғандарға ҡибла үҙгәртеү бик тә ҡыйын эш ине. Аллаһ һеҙҙең иманығыҙҙы, теге ҡиб­лаға ҡарап ҡылған намаҙҙарығыҙҙы юҡҡа сығармаҫ. Шик юҡ, Аллаһ кешеләргә сикһеҙ мәрхәмәтле һәм рәхимле.

144.- (Ий, Мөхәммәд) Хаҡтыр, беҙ һинең Күккә ҡа­рап торғаныңды (югарынан хәбәр көткәнеңде) күрәбеҙ. Хәҙер Беҙ Ҡибланы һин бик тә риза буласағың тарафҡа күсерә­беҙ. Хәҙер инде һин йөҙөңдө Мәсжиди Харам (Кәғбәтулла) тарафына йүнәлт! (Ий, мосолмандар) ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа (намаҙ ваҡытында) йөҙөгөҙҙө шул Ҡиблаға тура тотоғоҙ.Шик юҡ, китаплы халыҡ (йәһүдтәр һәм христиандар) был ғәмәлдәрҙең Аллаһтан килгән ысынбарлыҡ икәнен бик яҡшы белә. Аллаһ уларҙың нимә ҡылғандарынан хәбәрһеҙ түгел.

145.Һин ни ҡәҙәр генә ышандырырлыҡ итеп һөйләһәң дә, үҙҙәренә китап индерелгәндәр (йәһүдтәр, христиандар) һинең ҡиблаңа сәждә итмәҫ. Һин дә уларҙың ҡиблаһына йүнәлмәҫһең. Улар ҙа бер-берһенең ҡиблаһына эйелмәҫ. Үҙеңә индерелгән ғилемдән һуң да һин улар ихтыярына эйәрһәң, ысындан да, залим-кәфер булырһың.

← Предыдущая страница | Следующая страница →