Поделиться Поделиться

Имран (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе 6 страница

233.Әсәләр балаларын ике йыл дауамында имеҙергә тейеш. (Был хөкөм) имеҙеүҙән туҡтарға теләгәндәр өсөн. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса (әсәләрҙең) ашау-эсеүе, кейеме баланың атаһы өҫтөнән булырға тейеш. Бер кемдән дә мөмкинлегенән артығы һорал­маҫ. Балаһы арҡаһында әсәһен рәнйетеү, бала өсөн атаһын рәнйетеү булмаһын.

Мираҫсы өҫтөнә төшкән вазифа ла шулай уҡ. (Баланың атаһы үлеп китһә, имеҙеүсе ҡатынды ашатыу-эсертеү мираҫсы өстөнә төшә.) (Ата-әсә) араһында ризалыҡ һәм уртаҡ килешеү булһа, (ике йәше тулмаған баланы) күкрәктән айырырға теләһәләр, икеһенә лә гөнаһ булмаҫ. Балаларығыҙҙы имеҙер өсөн йола буйынса башҡа ҡатын яллаһағыҙ, гөнаһ юҡтыр. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: шик юҡ, Аллаһ һеҙ нимә ҡылһағыҙ, шуны күреп тора.

234.Арағыҙҙан берәү үлһә, уның тол ҡалған ҡатында­ры (башҡа ир менән аралашмайынса) йәки айырылған ҡатын яңғы­ҙы дүрт ай ҙа ун көн (ғиддәт) көтөп йәшәр. Бына ошо ваҡыт уҙыуға, улар шәриғәт ҡушҡанса, үҙ баштарына йәшәй башлаһа, һеҙҙең өсөн гөнаһ булмаҫ. Аллаһ һеҙ нимә эшләһәгеҙ ҙә, хәҡиҡәтән, беләҙер.

(«Ғиддәт ваҡытында тол ҡалған ҡатын кейәүгә сығырға, мәрхүм иренең өйөнән сығып йөрөргә, биҙәнергә тейеш түгел. Ошо ваҡыт эсендә ҡатындың иренән ауырлымы, юҡмы икәне беленер. Ауырлы булһа, ҡатын шул йортта бала тыуғансыға ҡәҙәр ҡала. Һуңынан башҡа кешегә кейәүгә сыға ала. Ауырлы булмаһа ла, ғиддәт ваҡыты уҙғас, ҡатындың кейәүгә сығырға хоҡуғы була. Ғиддәт ваҡытында ҡатындың ауыры төшһә, ғиддәтте аҙағына ҡәҙәр дауам итеү ихтыяжы ҡалмай». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

235.(Ғиддәт тотҡан) ҡатындарға (никах менән) өйләнергә теләүегеҙ йәки шуға өмөт итеп, эстән генә хыяланып йөрөүегеҙҙә гөнаһ юҡ. Аллаһ беләлер, һеҙ уларҙы (был ҡағиҙәләрҙе) һис тә онотмаҫһығыҙ. Ләкин (ғиддәттәгеләрҙең) үҙҙәре менән йәшерен вәғәҙәләшмәгеҙ, әҙәп сиктәрендә­ге ғәҙәти һүҙҙәр генә һөйләгеҙ. (Мәжбүри булған) ғиддәт ваҡыты ахырына килеп етмәйенсә, никах тураһында һүҙ ҡуҙғатмағыҙ. Аңлы булығыҙ, ғиддәт уҙмайынса, никах тураһында һүҙ ҡуҙғатмағыҙ. Аңлы булығыҙ, Аллаһ һеҙҙең күңелегеҙҙәге ниәттәрҙең барыһын да, әлбиттә, белеп тора. Уның язаларынан ҡурҡығыҙ һәм йәнә белеп тороғоҙ: хәҡиҡәтән, Аллаһ бик күп мәрхәмәт итеүсе, Ул сабырҙыр.

236.Никахлашҡандан һуң, ҡатынға ҡағылмаған булһа­ғыҙ, ҡалым-бирнә алынмаған булһа, был ҡатынды талаҡ итһәгеҙ, гөнаһ юҡ. Мөлкәтегеҙ рөхсәт иткәнсә, мәтди ҡыҫынҡы­лыҡта булғанда ла, йола буйынса (айырылған ҡатынға) ярашлы итеп өлөш биреп ебәрегеҙ. Был эш изгелек итеүсенең бу­рысыҙыр. (237)Һеҙ уларҙы ҡағылмаған килеш айырһағыҙ, уларға мәһер тәғәйен иткән булһағыҙ, ул ваҡытта тәғәйенләнгән малдың яртыһы уларға булыр. Әгәр улар үҙҙәре мәһерҙән баш тартһа, ҡулында никах шарты булған кеше ғәфү итһен. (Һәй, ир кешеләр) һеҙҙең киң күңелле, бер-бере­геҙгә изгелекле булыуығыҙ тәҡүәлеккә яҡын булыр. Һеҙгә бирелгән өҫтөнлөктө онотмағыҙ. Шөбһәһеҙ, һеҙ нимә ҡыл­һағыҙ, Аллаһ шуны күреп тора.

238.Намаҙҙарҙы һәм урта намаҙҙы (икендене) ҡалдырмайынса дауам итегеҙ. Түбәнселек менән Аллаһҡа итәғәт итеп, намаҙ уҡығыҙ. (239)Ләкин (һуғыш ваҡытында, ташҡын баҫҡанда йәки шуға оҡшаш ҡурҡыныстар булғанда, итәғәт менән ир­кенләп намаҙ уҡырға мөмкинлектәр булмағанда) шөбһәле мөхиттә лә аяҡ өҫтө йәки ат өҫтөндә барғанда, (Ҡиблаға ҡарарлыҡ шарттар булмағанда ла) намаҙ уҡығыҙ. Ҡурҡыныс (йәки сирегеҙ) уҙып киткәндән һуң, элек белмәгәнегеҙҙе Аллаһ һеҙгә нисек өйрәткән булһа, шулай, Аллаһты маҡтап, намаҙ ҡылығыҙ.

240.Берәүһе ҡатындарын тол ҡалдырып үлеп китһә, үлер алдынан ҡатындарына уның өйөндә мохтажлыҡ күрмәйенсә, бер йыл йәшәргә рөхсәт икәнлеге тураһында васыят әйтһен. Әгәр (тол ҡалғас) улар үҙ теләктәре менән өйҙән китһәләр һәм үҙҙәре теләгәнсә, шәриғәтсә йәшәй башлаһалар, гөнаһ юҡ. Аллаһ — һәр ваҡыт ҡөҙрәт һәм хикмәттәр эйәһе.

241.Талаҡ ҡылынған ҡатындарға ирҙәре (шәриғәт ҡуш­ҡанса) мал бүлеп бирергә тейеш. Ҡатын хаҡын боҙмау — мөь­мин мосолмандарҙың изге бурысы.

242.Һеҙҙең зиһендәрегеҙгә барып етһен тип, Аллаһ аяттарын бына шулай аңлата.

243.Үлемдән ҡасып, меңдәрсә кешеләрҙең үҙ өйҙә­ренән атылып сыҡҡандарын һин күрмәнеңме ни? Аллаһ уларға:

— Үлегеҙ! — тине.

(Улар үлде) шунан һуң уларҙы терелтте. Хәҡиҡәтән, Аллаһ кешеләргә миһырбанлы, ләкин күптәрегеҙ шөкрәнә ҡылманығыҙ. 244.Аллаһ юлында һуғышығыҙ. Аңлы булығыҙ, Аллаһ һис шөбһәһеҙ, ишетеп-белеп тороусы.

245.Әжәткә биргән кеүек, Аллаһ ҡаршыһында изгелек ҡылыусы (хәйер, зәкәт биреүсе) кем ул? Аллаһ та уны (дәрәжәһен, малын) ҡат-ҡат арттырыр. Аллаһ кемдеҙер ҡыҫтау йәшәтер, кемдәрҙеҙер мул йәшәтер. Бөтөнегөҙ ҙә бары тик Аллаһ хозу­рына килтереләсәкһегеҙ.

246.Мусанан һуң килгән Исраил тоҡомоның етәксе­ләрен күрмәнеңме? Улар үҙҙәренә ебәрелгән пәйғәм­бәргә:

— Беҙгә бер хаким күндер ҙә, беҙ Аллаһ юлында һуғы­шырбыҙ, — тинеләр. Пәйғәмбәр ҙә әйтте:

— Һеҙҙе һуғышҡа яҙһаҡ та, һеҙ һуғышмаҫһығыҙ бит, — тине.

Улар әйтте:

— Ни эшләп һуғышмайыҡ, ти! Беҙҙе йорттарыбыҙҙан ҡыуып сығарҙылар, балаларыбыҙҙан мәхрүм иттеләр, — тинеләр.

Ләкин кәферҙәр менән һуғышыу фарыз ителгәс, уларҙың күбеһе (һуғыштан) баш тартты, бик әҙе генә һуғышты. Аллаһ барыһын да (монафиҡтарҙың ике йөҙлө ғәмәлдәрен) бик яҡшы белеп тора.

247.Уларға Пәйғәмбәр әйтте:

— Хәҡиҡәтән, Аллаһ һеҙгә хаким итеп Талутты күндер­ҙе, — тине. Улар әйтте:

—Нисек инде ул беҙҙең өҫтән хакимлыҡ итһен? Беҙ хаким итергә унан да лайығыраҡбыҙ. Байлығы ла, малы ла булмаған кеше нисек итеп беҙҙең өҫтән хакимлыҡ итер икән? — тинеләр.

Пәйғәмбәр әйтте:

— Ысындан да, Аллаһ Талутты һеҙгә хаким итте, ул белем өлкәһендә лә, ҡеүәте менән дә һеҙҙән өҫтөн. Аллаһ — милекте кемгә бирергә теләһә, шуға бирә. Аллаһ мәрхәмәт эйәһе, ғилеме менән йомарттыр, барыһын да белеп тороусы.

248.Пәйғәмбәрҙәре уларға әйтте:

— Уның (Талуттың) хөкөмдарлыҡ ғәләмәте шул булыр: һеҙгә бер һандыҡ килер, эсендә Раббығыҙҙың тамға­һы булыр һәм (һандыҡта) Муса нәҫеленән, Һарун ырыуҙары мираҫҡа ҡалдырғандың ҡалдыҡтары булыр. Фәрештәләргә шул эш тап­шырыласаҡ. Әлбиттә, шунда һеҙгә ҡәтғи бер ғәләмәт (һәм, ғибрәт) бар. Әгәр ҙә һеҙ иманға килгән булһағыҙ.

249.Ғәскәре менән Талут юлға сыҡты. Ул әйтте:

— Шөбһәһеҙ, бер инешкә тап килтереп, Аллаһ һеҙҙе һынап ҡарар. Шул йылғанан берәйегеҙ (ҡомһоҙланып) һыу эсһә, минең менән бара алмаҫ. Эсмәгән кеше минең менән булыр. Бер ус ҡына һыу алып эсһә, ул да минең менән барыр, — тине.

(Йылғаға килеп еткәс) ғәскәрҙең күп кешеһе туйғансы һыу эсте. Бик әҙе генә һыу эсмәне. Ниһайәт, ул (Талут) үҙенең мосолмандарҙан торған ғәскәре менән йылғаны кисеп сыҡты. Ҡайһы берҙәре әйтте:

— Бөгөн Ялут ғәскәренә ҡаршы һуғышырға беҙҙең көсөбөҙ юҡ, — тинеләр.

Аллаһ менән һис шикһеҙ ҡауышасаҡтарын белгәндәр әйтте:

— Аллаһ ярҙамы менән әҙ генә кеше менән дә күп һанлы ғәскәрҙе еңгәндәр бар, - тинеләр. Аллаһ сыҙам кешеләр менән бергә булыр.

250.Улар (Талут әмерендәгеләр) Ялут ғәскәренә ҡаршы сыҡҡанда әйттеләр:

— Йә, Раббыбыҙ, беҙгә түҙемлек бир. Аяктарыбыҙҙы нығыт, был кәферҙәр өйөрөнә ҡаршы һуғышҡа беҙгә ярҙам ит, — тинеләр.

251.Шулай итеп, улар (һуғыш башланыр-башланмаҫта) Аллаһ ярҙамы менән уларҙы (дошмандарҙы) ҡыуып таратты. (Мөьмин ғәскәре менән килгән) Дауыт Ялутты үлтерҙе. Аллаһ уға (Дауытҡа) хөкөмдарлыҡ һәм пәйғәмбәрлек дәрәжәһе бир­ҙе, ул өйрәнергә теләгәндәрҙе Аллаһ өйрәтте.

Әгәр ҙә Аллаһ кешеләрҙе бер-берҙәренә ҡаршы һуғыш­тан тыйып тормаһа ине, Ер йөҙөндә, мотлаҡ, гел генә фетнә сығып торор ине. Аллаһ ғәләмдәгеләрҙең барсаһына мәрхәмәтле.

252.Былар — Аллаһтың аяттарыҙыр. (Ий, Мөхәммәд) быларҙы һиңә хаҡлыҡ менән уҡыйбыҙ. Һин, әлбиттә, Беҙҙең илсебеҙ.

253.(Был сүрәлә зикер ителгән) ул пәйғәмбәрҙәрҙе Беҙ бер-берһенән өҫтөн күрҙек (берһендә булған айырым-айырым һәләт икенсеһендә булмаҫ). Аллаһ уларҙың берһе менән һөйләшә, икенселәрен бөйөк дәрәжәләргә күтәрә. Мәрйәмдең улы Ғайсаға аңлайышлы, асыҡ аяттар индерҙек һәм уны Рух-Әль Ҡутдус менән ҡеүәтләндерҙек. Әгәр Аллаһ ихтыяр итһә ине, улар артынан килеүсе кешеләр, үҙҙәренә асыҡ китаптар килгәндән һуң да, бер-берҙәрен үлтермәгән булырҙар ине. Ләкин улар дошманлаштылар. Нәтижәлә, уларҙың ҡайһы­һы иман килтерҙе, ҡайһылары кәферлеккә китте. Аллаһ улар­ҙың бер-берҙәрен үлтереүҙәрен теләмәһә, үлтертмәҫ ине. Әммә шуныһы бар, Аллаһ үҙе теләгәнсә ғәмәл ҡылыр.

254.Ий, иман килтергән бәндәләрем, Беҙ һеҙгә биргән ризыктарҙы Әхирәт көнө килеп еткәнсе үк (Хаҡ юлында) сарыф итегеҙ (саҙаҡа бирегеҙ, йәтимдәргә ярҙам итегеҙ, зәкәт бирегеҙ, хаж ғибәҙәте ҡылығыҙ). Ул Көн килеп еткәс кенә алыш-биреш тә, дуҫлыҡ та, шәфәғәт тә булмаясаҡ. Кәферҙәр золом итеүселәрҙең үҙеҙер.

255.Аллаһтың Үҙенән башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул (мәңге) тере. Заты менән Ул һәр ваҡыт бар. Уны йоҡомһорау ҙа, йоҡо ла тотмай. Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн нәмә Уныҡы ғына. Аллаһтың рөхсәте булмағанда, бер кем дә, бер кемдең дә гөнаһтарын ярлыҡай алмай. Ул Үҙе яралтҡандарҙың алда нимә күрәсәген, үткәнендә нимә күргәндәренең (ҡылғанын, ҡылмағанын, ҡыласағын, белгәнен, белмәгәнен, йәшергәнен, йәшермәгәнен) барыһын да белеп тора. Кешеләр уның ғилеменән башҡа бер нәмә лә эшләй алмаҫ. Уның көрсийе (ғилеме) күктәрҙе һәм Ерҙе үҙ эсенә алған. Аллаһҡа күктәрҙе, Ерҙе һаҡлап тороу һис тә ҡыйын түгел. Аллаһ ғәйәт бөйөк, ғәләмәт тә олуғтыр.

(«Был аят «Аятел Көрси» тип атала. Көрcиҙе, ғәҙәттә, тәхет тип тә анлаталар. Ләкин ул беҙ аңлаған сифаттағы тәхет түгел, әлбиттә. Аллаһтың көрсийе, Аллаһтың тәхете. Ул күктәрҙе, Ерҙе үҙ эсенә алырҙай киң, оло, сикһеҙ. Хәҙрәти Мөхәммәд Пәйғәмбәре­беҙ әйткән, имеш: көндәрҙең, иң олоһо — Йома. Һүҙҙәрҙең иң олоһо – Ҡөръән. Ҡөръәндең иң оло сүрәһе - Баҡара. Баҡараның иң олуғ аяты —Аятел Көрси булыр, тигән»

Хәсән Чантай тәфсиренән.)

256.Диндә ирекһеҙләү (көсләү) юҡ. (Ҡөръән ингәс) Хәҡиҡәт менән ялған бер-берҙәренән айырылды. Шайтандан баш тар­тып, иман килтергән кеше бер ҡасан да ҡутарып алып бул­май торған тотҡаға (дөрөҫлөккә, Исламға) йәбешкән булыр. Хәҡиҡәтән, Аллаһ барыһын да ишетеүсе, һәр нәмәне белеп тороусы.

257.Аллаһ — иман килтергәндәрҙең ярҙамсыһы. Ул уларҙы ҡараңғылыҡтан ҡотҡарып, нурға алып сығыр. Кәфер иткәндәрҙең дуҫы иһә шайтандыр. Ул нурҙан айырып, кешеләрҙе ҡараңғылыҡҡа алып керер. Шайтандар (һәм уларға эйәргән бәндәләр) — йәһәннәм эйәләре. Улар шунда ҡалыр.

258.(Ий, Мөхәммәд) Аллаһ биргән мөлкәт менән аңһат ҡына байыған бер кешенең Ибраһим менән Раббы хаҡында нисек һүҙ көрәштереүен күрҙеңме һин? Ибраһим:

— Минең Раббым үлтерер ҙә, терелтер ҙә, — тине, теге бәндә:

— Мин дә үлтерә лә, терелтә лә алам, — тине. Ибраһим әйтте:

—Аллаһ Ҡояшты Көнсығыштан сығара, Әйҙә, һин уны Көнбайыштан сығарып ҡара, — тине, кәфер тотлоғоп ҡал­ды. Аллаһ гөруһтарҙы (залимдарҙы, Илаһи хөкөмдәр тураһында тартышырға аҙапланғандарҙы) тура юлға күндермәҫ.

259.Йәки түбәләре ишелеп, нигеҙҙәре емерелгән бер биҫтә биналарының емеректәре янынан уҙып барыуысыны күрмәнеңме? (Ул үҙ алдына):

— Аллаһ был үле биҫтәне нисек итеп яңынан терелтер икән? — тине. Аллаһ уны йәнһеҙ итте. Йөҙ йылдан һуң терелтте.

— Һин күпме ваҡыт бында яттың? — тип һораны. Тегеһе әйтте: — Булһа, бер көндөр, бәлки әҙерәктер ҙә, — тине. Аллаһ уға:

— Юҡ, һин йөҙ йыл үле килеш яттың. Бына ризыҡтарыңа, эсемлектәреңә ҡара, улар әле һаман боҙолмаған. Шунан һуң үҙеңдең ишәгеңә ҡара. Инсандарға ғибрәт булһын тип, һине терелттек. Хәҙер ишәгеңдең һөйәктәренә ҡара. Нисек итеп Беҙ уның һөйәктәрен бергә йыйып, уға ит ҡундырасаҡбыҙ, — тине, (Ишәк, терелеп, әүәлге рәүешен алды.)

Быны күргәс, ул (Ғөзәйер) әйтте:

— Мин белдем инде: шик юҡ, шөбһә юҡ, Аллаһтың ҡөҙ­рәте бөтөн нәмәгә лә етә икән, — тине.

(М. Ғәлияҙыуынса, йөҙ йылдан һуң терелгән кеше ул — йөҙ йылдан һуң төрнәкләнгән Израил халҡының яҙмышына ишара. Боҙолмаған ри­зыҡ, һөйәктәренә ит ҡунып, йәнә терелгән ишәк тураһындағы хикәйәне лә күсермә мәғәнәһендә аңлау кәрәк. Был —төш һәм хикәйәт.)

260. Ибраһим:

— Йә, Раббым, мәйеттәрҙе нисек итеп терелткәнеңде миңә лә күрһәт, зинһар, — тине. (Аллаһ уға:)

Әллә Миңә ышанмайһыңмы? — тине.

— Ышанам,—тине Ибраһим. — Ләкин (үҙ күҙҙәрем менән күреп) күңелемде тынысландыраһым килә.

(Аллаһ) әйтте:

— Дүрт ҡош тот. Уларҙы үҙеңә эйәләштер. (Һуңынан уларҙы һуйып, боттарын-саттарын айырып, һәр берһенән берәй киҫәк алып), айырым-айырым тау башына итеп ҡуй. (Өйөңә ҡайтҡас, ҡоштарыңды) саҡыр. Улар һинең янға осоп ҡайтыр. Шуны белеп тор, Аллаһ — мотлаҡ ҡөҙрәт эйәһе, хөкөм һәм хикмәт сахибеҙер.

(Тәржемәселәр, тәфсирселәрҙең күбеһе шулай яҙа. Ләкин Ҡөръән теле белгестәре араһында башҡаса аңлатыусылар ҙа бар. Аллаһ Иб­раһимға дүрт ҡош тотоп, уларҙы өйрәтергә һәм дүртеһен дүрт тауға итеп ҡуйырға бойора. Өйрәтелгән ҡоштар, Ибраһим Пәйғәмбәр саҡырғас, юлдан яҙмайынса, әйләнеп ҡайта.)

261.Малдарын Аллаһ юлында сарыф иткәндәрҙең хәле, ете башаҡ үҫтереп, һәр башаҡта йөҙ бөртөк орлоҡ биргән бер дана орлоҡтоң хәле кеүектер. Ихтыяр иткән кешеһенә Аллаһ ҡат-ҡат ниғмәт бирер. Аллаһ муллыҡ эйәһе һәм барыһын да белеп тороусы.

262.Малдарын (Аллаһ юлында) сарыф итеп тә, биргән малдары өсөн үкенмәгәндәр, кешене рәнйетмәгәндәр Аллаһтың әжеренә лайыҡ. Уларға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамаҫ, улар өҫтөнә ҡайғы килмәҫ.

263.(Кешеләргә) тәмле һүҙ әйтеү һәм (уларҙың) хаталарын кисерә белеү, рәнйетеп, теләр-теләмәҫ бирелгән хәйерҙән артығыраҡ. Аллаһ (ҡолдарының саҙаҡаларына) мохтаж түгел, Ул бай һәм сабыр.

264.Әй, мөьминдәр, кешеләргә күрһәтер өсөн генә саҙаҡа-мал бирмәгеҙ. Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә ышанмаған кәфер кеүек, хөсөтлөк менән, кешене рәнйетеп саҙаҡа бир­мәгеҙ. Был кешенең хәле, өҫтө тупраҡ менән ҡапланған таш-ҡаяныҡы кеүек; ҡойоп ямғыр яуғандан һуң, ҡая-таш шып-шыма булып ҡала (таш өҫтөндәге тупраҡ иген сәсһәң дә уңыш бирә алмай, уны ямғыр йыуып алып китә). Былар (донъялыҡ­та) ҡылған (яҡшы) эштәренең берһенән дә (сауап) ҡеүәт ала алмаҫтар. Аллаһ кәферҙәр гөруһына (өйөрөнә)һидәйәт бирмәҫ.

← Предыдущая страница | Следующая страница →