Поделиться Поделиться

Имран (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе 8 страница

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән һәм Ғабдуррахмән Ҡаяның «Иман һәм ғийбәҙәт» исемле китабынан )

20.Әгәр (кәферҙәр) һинең менән бәхәсләшә башлаһа, әйт:

— Вәғәздәремә эйәргәндәр менән мин Аллаһҡа буйһон­дом! — тип. Үҙҙәренә Китап индерелгәндәрҙән һәм жаһил мөшриктәрҙән һора:

— Һеҙ ҙә Исламды ҡабул итеп, (Аллаһҡа) буйһондоғоҙ­мы? — тип.

Әгәр Исламды ҡабул иткән булһалар, тура юлды тап­ҡан булырҙар. Әгәр инҡар итеп, йөҙ сөйөрһәләр, һиңә бары тик уларҙы (йәһәннәм ғазабы менән) киҫәтергә генә ҡала. Хаҡтыр, Аллаһ бәндәләренең ҡылғандарын күҙәтеп тора.

21.Аллаһтың аяттарын инҡар итеүҙәре арҡаһында, кәфер булғандарҙан, хаҡһыҙға пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүселәр һәм ғәҙеллеккә өндәүсе инсандарҙың йәндәрен ҡыйғандарҙы:

(Һеҙгә) бик тә хәтәр яза буласаҡ! — тип «һөйөндөр». (22)Быларҙың донъялағы эштәре лә, Әхирәттәгеләре лә бушҡа сыҡты. Уларға бер кем дә ярҙам итә алмаҫ. (23)(Рәсүлем) үҙҙәренә Китаптан бер өлөш бирелгән ҡәүемде күрмәнең­ме әллә? Улар араһында ғәҙеллек урынлаштырыр өсөн, тура юлға саҡырыр өсөн, уларға Аллаһтың Китабы бирелде. Ләкин уларҙың бер өлөшө (Китапҡа) арҡа менән боролдо. (24)Бының сәбәбе шулдыр, улар йәнә лә әйттеләр:

— Беҙгә мәңгелек ут бер ҡасан да ирешмәйәсәк, әгәр һанаулы көндәрҙә генә ирешмәһә инде, (беҙ йәһәннәмдә оҙаҡ ҡалмаясаҡбыҙ), — тинеләр. Дин мәсьәләһендә улар уйлап сығарған был нәмә (үҙҙәрен-үҙҙәре) алдау ғына. (25)Киләсәге шик уятмай торған бер Көндө уларҙы бер урынға йыйырбыҙ; уларға ғәҙелһеҙлек булмаясаҡ, ләкин уларға донъялағы ҡылғандарына күрә, тап-тамам түләү (яза) биреләсәк, бына шул ваҡытта уларҙың хәле нисегерәк булыр икән?

26.(Рәсүлем) әйт һин:

— Әй, мөлкәттәрҙең хужаһы-Аллаһ, Һин теләгән кешегә милекте бирәһең, кемдең милкен алырға теләһәң, унан алаһың. Теләгән кешеңдең ҡәҙерен арттыраһың, теләмәгәнеңде меҫкенлеккә төшөрәһең. Изгелек бары тик Һинең ихтыярыңдаҙыр. Шик юҡ, Һин барса нәмәгә ҡөҙрәтлеһең. — тип. (27)- Төндө көн менән, көндө төн менән аралаштыраһың. Үлекте терелтәһең, терене үлтерәһең (йәнһеҙҙән йәнлене сығараһың, йәнлене йәнһеҙ итәһең). Теләгән бәндәңә сикһеҙ мул ризыҡ бирәһең, -тип әйт.

28.(Һуғыш ваҡытында) мөьминдәр мөьминдәрҙе ташлап, кәферҙәр менән дуҫ булмаһын. Шулай эшләгән кеше Аллаһтан бер ниндәй (ярҙам) күрмәҫ. Әгәр, улар тарафынан дәһшәт янаһа ғына (дуҫ булырға мәжбүрһегеҙ). Аллаһ (һеҙгә язаһынан) ҡурҡырға бойорҙо. Ниһайәт, (был донъянан китеп) Аллаһ хозурына барыу ҙа Аллаһ әмерендәҙер.

29.Әйт Һин:

— Күңелдәрегеҙҙәгене йәшерһәгеҙ ҙә, асып һалһағыҙ ҙа Аллаһ белә. Күктәрҙә, Ерҙә нимәләр бар — Аллаһ барыһын да белеп тора, — тип уларға. Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә.

30.Аңлы булығыҙ, ул Көндө (Ҡиәмәттә) донъяла изгелек ҡылған булһа ла, яманлыҡ ҡылған булһа ла, һәр кем үҙ әжерен табыр; кеше ҡылған яманлыҡтарынан йыраҡ арала торорға теләр. Аллаһ асылда һеҙҙе (Үҙенә ҡаршы килеүҙән) ҡурҡырға бойора. Аллаһ бәндәләренә сикһеҙ шәфҡәтлеҙер.

31.(Рәсүлүллаһ) Һин әйт:

— Әгәр Аллаһты яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ (Исламды ҡабул итегеҙ.). Аллаһ та һеҙҙе яратыр һәм гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар, — тип. Аллаһ ярлыҡаусы, киң күңелле, ғәфү итеүсе.

32.Әйт Һин:

— Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ, — тип. Әгәр йөҙ сөйөрһәләр, шөбһәһеҙ, Аллаһ та ул кәферҙәрҙе яратмаҫ.

33—34.Ысынлап та, Аллаһ Әҙәмде, Нухты, Ибраһим­ды һәм уларҙың тоҡомдарын, Ғимран ғаилаһен — барыһын да бер нәҫелдән булараҡ, халыҡтарға мәшһүр (өҫтөн) ҡыл­ды. Аллаһ ысынлыҡта барыһын да ишетеүсе, мөкәммәл белеп тороусыҙыр.

35.Ғимрандың ҡатыны:

— Раббым, ҡарынымдағы яралғыны Һиңә (донъя мәшә­ҡәттәренән) азат ҡол итергә ант иттем. (Минең антымды) ҡабул ит. Шөбһә юҡтыр, Һин ишетәһең дә, күреп тә тора­һың, - тине.

36.(Мәрйәмдең әсәһе) ҡыҙ тапҡас, әйтте, Аллаһ уның ҡыҙ табасағын белә ине:

— Раббым, минең ҡыҙ балам булды, шөкөр. Ир бала ҡыҙ бала кеүек булмай инде ул (йәғни ир кеүек хеҙмәт итә ал­маҫ). Мин уға Мәрйәм исеме ҡуштым. Был баланы һәм унан тыуған балаларҙы ҡыуылған шайтандан һаҡлар өсөн Һиңә тап­шырҙым, — тине. (37)Шулай итеп, Раббы уны бик теләп ҡабул итте. Уны бер гүзәл үҫемлек кеүек тәрбиәләп үҫтерҙе. Зәкәрийәне уға тәрбиәсе итеп ҡуйҙы. Бала ята торған бүлмәгә ҡасан ғына керһә лә, Зәкәрийә шунда мул ризыҡҡа тап бу­ла ине:

— Мәрйәм, был Һиңә ҡайҙан килде? — тип һораны Зәкәрийә. Ҡыҙ:

— Был — Аллаһ тарафынан. Шөбһә юҡтыр, Аллаһ кем­гә теләһә, шуға сикһеҙ ризыҡ бирер, — тине.

38.Шунда Зәкәрийә Раббыға доға ҡылды:

— Раббым, Һин миңә бер пак бала бир. Әлбиттә, Һин минең доғаларымды ишетәһең.

39.Ул ғибәҙәт бүлмәһендә доға уҡып ултырғанда фәреш­тәләр әйтте:

— Ысынлыҡта Аллаһ Һине Йәхйә исемле бер бала менән ҡыу­андырасаҡ, ул (Йәхйә) нәфсеһенә хужа була белеүсе, Аллаһ әйткән һүҙҙең (Китаптың) тура икәнлеген иҫбатлаусы Пәйғәмбәр буласаҡ, — тинеләр. (40)(Зәкәрийә) әйтте:

— Раббым, ысынлыҡта инде мин ҡартайып барам, ҡатыным да бала таба алмай, нисек итеп минең улым булыр икән? — тине. (Аллаһ әйтте):

Шулай! Аллаһ нимә теләһә, шуны башҡарасаҡ, — тине.

41.(Зәкәрийә) әйтте:

— Раббым, (ул эштең) ғәләмәтен өйрәт, — тине. (Аллаһ) әйтте:

— Һинең ғәләмәтең шул булыр, Һин өс көн кешеләр менән һөйләшмә, (ишара менән) ым ҡағып ҡына аңлашырһың. Шулар өҫтөнә, Раббыңды гел иҫеңдә тот һәм аҡшам-сабах, тәсбих әйт (намаҙ уҡы), — тине.

42.Фәрештәләр әйтте:

— Әй, Мәрйәм, шик юҡ, Аллаһ Һине һайланы, һине айырыуса саф итеп тәрбиәләп үҫтерҙе, һине донъялағы башҡа ҡатындарҙан өҫтөн ҡылды, — тинеләр. — (43)Ий, Мәрйәм, ысын күңелдән Раббыңа ғибәҙәт ҡыл, сәждә ҡылыусылар менән сәждә ҡыл, (намаҙ уҡы).

44.(Мөхәммәд) былар (Хөннә, Зәкәрийә, Йәхйә, Мәрйәм ваҡиғалары) һиңә уахи булараҡ, йәшерен рәүештә төшөрөлә. Кем Мәрйәмде тәрбиәгә ала, тип ҡәләмдәрен һыуға ырғытҡанда һин улар янында түгел инең. Улар тартҡылашҡан ваҡытта ла һин шунда түгел инең.

45.Фәрештәләр:

- Ий, Мәрйәм, Аллаһ Һиңә бер кәлимә әйтеп, Һине һөйөндерәсәк: исеме Ғайса. (ҡушаматы) Мәсих, (сифаты) Мәрйәм улыҙыр. Донъяла ла, Әхирәттә лә даны-шөһрәте ҙур бу­лыр. (Ул) Аллаһтың бик яҡындарынандыр. (46)Бишегендә лә, үҫкәс тә ул кешеләргә (хикмәтле) һүҙ һөйләйәсәктер. Ул изгеләрҙән булыр.

47.(Мәрйәм) әйтте:

— Йә Раббым, миңә бер генә ирҙең дә ҡағылғаны юҡ. Нисек итеп балам булыр һуң? — тине. (Фәрештәләр аша) Аллаһ әйтте:

— Шулай! Аллаһ нимә теләһә, шуны башҡара ала. Ул берәй эшкә ниәт итһә: бул, тип әйтһә, Ул теләгән нәмә шунда уҡ була ла. (48)(Аллаһ) уны яҙырға, уға хикмәттәр, Тәүрәтты, Инжилде өйрәтәсәк, - (тинеләр фәрештәләр). (49) - Уны Исраил улдарына пәйғәмбәр итеп күндерәсәк, — (тинеләр фәрештәләр). (Ғайса уларға әйтәсәк):

Дөрөҫө шулдыр, мин һеҙгә Раббыбыҙҙан аят (һөйөнсө) килтерҙем. Дөрөҫө шулдыр, мин һеҙгә балсыҡтан ҡош һыны яһармын, уға тыным менән өрөрмөн дә, Аллаһ ҡеүәте менән, ул йәнле ҡошҡа әүерелер. Аллаһ ярҙамы менән, мин тыумыштан һуҡырҙы күҙле итермен, ҡаты ауырыуҙарҙы сәләмәтләндерермен, үлектәрҙе тергеҙермен. Өйөгөҙҙә нимә ашағаны­ғыҙ, нәмә йәшергәнегеҙ тураһында мин һеҙгә әйтермен. Әлбиттә, был ғәләмәттәрҙә һеҙҙең өсөн, әгәр ҙә һеҙ иман килтерһәгеҙ, ҡәтғи ғибрәттәр бар. (50)Минән элек индерелгән Тәүрәт­ты дөрөҫләүсе булараҡ һәм һеҙгә харам ителгән ҡайһы бер нәмәләрҙе хәләл итер өсөн (килдем). Һеҙгә Раббыбыҙҙан (пәйғәмбәрлегемде иҫбат итер өсөн) аят (хикмәт, мөғжизә) килтерҙем. Инде хәҙер Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ, миңә итәғәт итегеҙ.(51) Шөбһә юҡ, Аллаһ минең дә Раббым, һеҙҙең дә Раббығыҙ. Шулай булғас, Уға ҡоллоҡ итегеҙ. Тура юл шул булыр.

52.Ғайса уларҙың инанмағандарын аңлап алғас, әйтте:

— Аллаһ юлында кем миңә ярҙамсы булыр? — тине. Хауариҙар:

— Беҙ ул Аллаһ илсеһенең ярҙамсылары. Аллаһҡа инан­дыҡ. Һин дә (Ғайса) шаһит бул, беҙ ысын мосолманбыҙ, — тинеләр.

(Хауариҙар — эйәсрендәр, апостолдар.)

53.— Йә Раббыбыҙ, Һин индергәнгә (ул Китапҡа) инан­дыҡ, был пәйғәмбәреңә лә эйәрҙек. Инде беҙҙе шаһиттар менән рәттән теркәп ҡуй, - (тип). (54)Кәферҙәр мәкерле хәйлә ҡорҙолар (Ғайсаны йәшертен генә үлтерергә уйланылар), Аллаһ та уларға ҡаршы хәйлә ҡорҙо. Аллаһ (бөтөн хәйләкәрләрҙән дә) хәйләкәрерәктер.

55.Шунда Аллаһ былай тине:

— Ий, Ғайса, шөбһәһеҙ, (улар түгел) Мин Һиңә әжәл ебәрәсәкмен, һине Үҙ яныма күтәреп, һине кәферҙәрҙең зыянынан ҡотҡарып, һиңә эйәргәндәрҙе Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр кәфер итеүселәрҙән өҫтөн тотасаҡмын. Һуңғы ҡайтыуығыҙ ҙа Минең ихтыярымдаҙыр. Арағыҙҙа булған ҡаршылыҡтар-ғауғаларҙың хөкөмөн дә Мин бирәсәкмен. (56)Көфөрлөк итеүселәргә килгәндә, Мин уларҙы донъяла ла, Әхирәттә лә иң хәтәр яза менән ғазаплаясаҡмын. Уларға һис бер кем ярҙам итә алмаҫ.

57.Иман килтереп, изгелектәр эшләгәндәргә килгәндә, (Аллаһ) уларҙың әжерен теүәл итеп бирәсәктер. Аллаһ залимдарҙы яратмаҫ. (58)Беҙ быларҙы һиңә аяттарҙан (хикмәт тулы Ҡөръәндән) уҡыйбыҙ.

59.Ысынлап та, Ғайсаның хәле лә (атаһыҙ донъяға килеүе лә), Әҙәмдең яҙмышы ла бер Аллаһ хозурын­андыр. (Аллаһ) уны (Әҙәмде) тупраҡтан яралтты. Һуңынан уға:

- Бул! - тине. Әҙәм бар булды.

(«Аллаһ хәҙрәти Әҙәмде әсәһе лә, атаһы ла булмаған килеш, туп­раҡтан яралтты. Мәрйәм дә, Аллаһ ҡөҙрәте менән, ҡыҙ килеш, ирһеҙ бала тапты. Мөғжизәләр шуларҙыр. Аллаһтың башҡаларҙа булма­ған тиңһеҙ ҡөҙрәте лә шундай мөғжизәләр барлыҡҡа килтереүендә сағыла». Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)

60.Хәҡиҡәт - Раббынандыр. Шуға күрә, шикләнеү­селәрҙән булма.

61.Һиңә ғилем килгәс, һинең менән тартҡылашыусылар булһа, әйт:

— Килегеҙ үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡатындарығыҙ,беҙҙә үҙебеҙ, улдарыбыҙҙы, ҡатында­рыбыҙҙы йыябыҙ һуңынан доға ҡылып ялбарырбыҙ ҙа, Аллаһтың ләғнәтен ял­ғансылар өҫтөнә ебәрербеҙ, — тип.

(«Нәжрән христиандарынан бер төркөм Ғайса пәйғәмбәр янына килеп, мөғжизә рәүешендә, атаһыҙ тыуған Ғайсаны Аллаһ тип танымаҡсы булдылар. Ғайса уларҙы бер ергә туплап: Аллаһ ялған­сылар өҫтөнә ләғнәт ебәрһен, тип доға уҡырға саҡырҙы. Ләкин христиандар Ғайса менән килешмәнеләр, ҡурҡып ҡалдылар. Улар мосолмандар ҡул аҫтына кереп, һалым түләргә риза булып киттеләр».

Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)

62.Бына был (хәбәр), әлбиттә, иң дөрөҫ булған ваҡиғаның хәбәреҙер. Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем, һис бер нәмә юҡ. Аллаһ, ысын­лап та, ҡөҙрәт һәм хикмәттәр хужаһыҙыр.

63 . Әгәр (ысынлыҡтан, имандан) йөҙ сөйөрһәләр, хаҡтыр, Аллаһ ул боҙоҡлоҡ таратыусыларҙы белә.

64.Әйт:

— Әй, дин әһелдәре, һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҡулай булған уртаҡ бер һүҙгә килегеҙ, бына былай әйтегеҙ: Аллаһ­тан башҡаға табынмайбыҙ. Уға һис бер нәмәне тиң итеп танымайбыҙ, Аллаһтан башҡа эйә эҙләп йөрөмәйбеҙ һәм бер-­беребеҙҙе Аллаһ тип атамаясаҡбыҙ.

Бынан һуң да улар йөҙ сөйөрһә, әйт:

— Шаһит булығыҙ, беҙ ысын мосолмандарбыҙ, — тип.

65.Әй, китап әһелдәре, Ибраһим хаҡында ни өсөн тарт­ҡылашаһығыҙ? Тәүрәт тә, Инжил дә унан (Ибраһимдан) һуң индерелде. Шуға ла аҡылығыҙ етмәйме?

66.Бына һеҙ дөрөҫлөктө белгән килеш һүҙ көрәштерәһегеҙ, бел­мәгәнегеҙ тураһында нимә өсөн тартҡылашаһығыҙ? Гәрсә, Аллаһ барыһын да белеп тора, һеҙ белмәйһегеҙ.

67.Ибраһим йәһүд тә, христиан да түгел, ул фәҡәт Аллаһты бер тип таныған (ысын мосолман ине). Ул мөшриктәрҙән дә түгел. (68)Дөрөҫө шулдыр, Ибраһим­ды бик тә яҡын күреүселәр, һәр хәлдә, уға эйәргәндәр һәм шул Пәйғәмбәргә (Мөхәммәдкә) һәм (уға) эйәреп, иман килтергәндәр ине. Иман килтергәндәрҙең ярҙамсыһы — Аллаһ Тәғәлә.

69.(Ий, мосолмандар) Китаплы халыҡтың бер өйөрө һеҙҙе юлдан яҙҙырырға, аҙҙырырға теләй. Бәлки, улар үҙҙәренән башҡаны аҙҙыра алмаҫтарын самаламайҙарҙыр ҙа.

70.Әй, китап әһелдәре, үҙегеҙ (Тәүрәттә һәм Инжилдәге дөрөҫлөктө) күрә тороп, Аллаһтың аяттарын ни сәбәпле инҡар итәһегеҙ? (71) Әй, китап әһелдәре, ни өсөн һеҙ хаҡты ял­ған менән бутайһығыҙ, дөрөҫлөктө йәшерәһегеҙ? Бының шулай икәнен белеп тораһығыҙ бит.

72.Китаплы халыҡтан бер төркөм әйтте:

— Үҙҙәренә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) иман килтергәндәр алдында көндөҙөн ышанған булығыҙ, көн аҙағында кәфер (инҡар) итегеҙ. Бәлки улар диндәренән ҡайтырҙар? (73)Һәм динегеҙгә инанғандарҙан башҡаһына ышанмағыҙ, — тинеләр. (Рәсүлем, уларға) әйт:

— Аллаһтың юлы иң дөрөҫ юл икәнлектә шик юҡ, — тип. — Һеҙгә бирелгәнгә (Тәүрәткә, Инжилгә) оҡшаш (Ҡөръән) башҡа берәүҙәргә лә бирелә ала.

Әгәр был турала бәхәсләшә башлаһалар, һин әйт уларға:

— Ысынлыҡта йомартлыҡ Аллаһ ҡулында. Ул теләгәненә әжер бирер. Аллаһтың рәхмәте киң, ысынлап та, ул бөтөн нәмәне белеп тороусы. (74)Ул кемгә теләһә, шуға рәхмәт индерер. Аллаһ — иң бөйөк изгелек эйәһе.

75.Китап уҡығандар араһында шундайҙары бар: улар­га һин бер батман алтын бирһәң, ул уны һиңә кәметмәйенсә ҡайтарыр. Шундайҙары ла бар, һин уға бер динар бирһәң — ҡайтармаҫ, артынан йөрөп, өҫтөндә тороп алғансыға саҡлы. Бының сәбәбе шулдыр, улар әйтә:

— Наҙан халыҡ менән беҙҙең алыш-бирешебеҙ юҡ, — тип. (Йәнәһе, наҙан халыҡты, ғәрәптәрҙе, мосолмандарҙы алдаһаң да ғәйеп булмаҫ.) Улар белгән килеш, күҙҙәрен дә йоммайынса, Аллаһҡа ҡар­шы (ялған) һөйләйҙәр.

76.Хаҡтыр, үҙенең вазифаларын (аманатын, вәғәҙәһен) боҙмайынса үтәгән кеше, гөнаһтарҙан һаҡланһа, шик юҡ, Аллаһ һаҡланғандарҙы һаҡлар.

77.Ысынлап та, Аллаһҡа биргән һүҙен-антын донъя ма­лына һатҡан кешеләргә Әхирәттә һиc бер насибы булмаҫ. Аллаһ Ҡиәмәт көнөндә улар менән һөйләшмәҫ, уларға ҡарамаҫ, уларҙы пакламаҫ-аҡламаҫ. Уларҙы хәтәр газап көтә.

78.Китаплы халыҡ араһында шундай төркөмдәр бар, улар Китапта яҙылғандарҙы (Тәүрәтты, Инжилде) боҙоп уҡыйҙар, шуны дөрөҫ яҙыу, тип әйтәләр; гәрсә, ул һүҙҙәр был китаптарҙа яҙылмаған ине. Был — Аллаһтан ингән һүҙҙәр, тип әйтәләр; ул (өҫтәлгән һүҙҙәр) Аллаһтан түгел. Улар, дөрөҫ­лөктө белгән килеш, күҙ ҙә йоммайынса, ялған һөйләйҙәр. (79)Аллаһтан китап алып, аҡыл-зиһенгә эйә булып, пәйғәм­бәрлекте ҡабул итеп, һуңынан:

← Предыдущая страница | Следующая страница →