Поделиться Поделиться

Имран (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе 9 страница

— Аллаһҡа ғына буйһонмағыҙ, уның урынына миңә лә ҡол булығыҙ, - тип ғәмәл ҡыла башлаһа, ул килешә торған эш булмаҫ. Үҙегеҙ өйрәнеп, башҡаларҙы ла өйрәткән Китап­тағыса:

- Аллаһҡа тоғро ҡол булығыҙ! — тип әйтергә кәрәк.

80.— Фәрештәләргә, пәйғәмбәрҙәргә Тәңрегә табынған кеүек табынығыҙ, — тип Аллаһ бойорманы. Йәки һеҙҙе мосолман иткәндән һуң, (ысын пәйғәмбәр) яңынан һеҙҙе кәферлеккә өндәрме?

81.Аллаһ пәйғәмбәрҙәрҙе ант иттерҙе. Бына Мин һеҙгә Китап менән хикмәт (Тәурәт менән Инжилде) бирҙем. Бе­р аҙҙан һеҙҙең ҡулығыҙҙағыларҙы раҫлау-дөрөҫләү өсөн тағын бер Пәйғәмбәр киләсәк. Уға шикһеҙ иман килтерерһегеҙ һәм уға һәр ваҡыт ярҙам итерһегеҙ. Ошо шарттарҙы ҡабул итәһегеҙме?

(Улар):

— Ҡабул итәбеҙ, — тип яуапланылар.

(Аллаһ) әйтте:

— Улайһа, бер-берегеҙ алдында шаһит булығыҙ, Мин дә һеҙҙең менән бергә шаһит, — тине.

82.Кем дә кем ошо шаһитлыҡтан баш тарта, йөҙ сөйөрә, бына шундайҙар фәсиҡ, зиндиҡ (имандан ҡасҡандар) бу­лыр.

83.Хәҙер улар Аллаһтың диненән башҡа бер дин эҙләп киттеләрме? Бәлки, күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, теләһәләр ҙә, теләмәһәләр ҙә Уға буйһона, ниһайәт, уларҙың барыһы ла Аллаһ ҡаршыһына килтереләсәк. (84)Әйт:

— Аллаһҡа иман килтерәйек. Беҙгә индерелгән (Ҡөръәни Кәрим)гә, Ибраһимға, Исмәғилғә, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм улдарына индерелгәндәргә, Мусаға, Ғайсаға һәм пәйғәм­бәрҙәргә, Раббыларынан бирелгәндәргә лә инандыҡ. Улар араһынан һис берһен артыҡ-кәм күрмәйбеҙ. Беҙ Уға бирелгән бәндәләрбеҙ, — тип. (85)Исламдан башҡа дин эҙләгән ке­шенең ҡылғандары ҡабул булмаҫ, ул Әхирәттә лә хәтәр зыянға-язаға дусар буласаҡ (ул отолоусыларҙан булыр).(86) Иманға килеп тә, Рәсүлдең хаҡ булғанлығына шаһитлыҡ ҡылып та, үҙҙәренә ап-асыҡ аяттар иңеп тә, һуңынан инҡарсылыҡҡа (Аллаһты, Пәйғәмбәребеҙҙе танымауға) кереп батҡан ҡәүемде Аллаһ нисек итеп ярлыҡаһын, ти? Аллаһ фәсиҡ-зиндиҡтарҙы тура юлға сығармаҫ. (87)Хаҡтыр, Аллаһтың, фәреш­тәләрҙең, бөтөн кешеләрҙең ләғнәте улар башына. Бына уларҙың язаһы шул булыр. (88)Улар бының эсендә (ләғнәттә һәм йәһәннәмдә) мәңгегә ҡаласаҡ. Уларҙың газап­тары һис кисектерелмәҫ, еңеләйтелмәҫ, уларға иғтибар итеүсе лә булмаҫ. (89)Бынан һуң тәүбә итһәләр һәм тура юлға баҫһалар, башҡаса булыр. Сөнки Аллаһ, ысындан да, кәмселектәрҙе кисереүсе, киң күңелле, ярлыҡаусы. (90)Хаҡ­тыр, иманға килеп тә, һуңынан кәферлеккә күскәннәр, алға табан кәферлеген тағын да арттырғандарҙың тәүбәләре ҡабул ителмәҫ. Бына шулар инде аҙашҡан бәндәләр. (91)Хаҡтыр, кәфер итеүселәр һәм кәфер булараҡ үлгәндәр Ер йөҙөн тултырырҙай миҡдарҙағы алтындарын түләһә лә, са­ҙаҡалары ҡәтғи ҡабул булмаҫ. Бына шундай улар. Бик хәтәр ғазап уларҙың өлөшөҙөр. Уларҙың һис бер ярҙамсыһы ла булмаҫ. (92)Һеҙ һөйөклө әйберҙәрегеҙҙе (мал-мөлкәт, саҙаҡа, зәкәттәрегеҙҙе Аллаһ юлында) сарыф итмәһәгеҙ, изгелеккә ирешә алмаҫһығыҙ. Һеҙ нәмә сарыф иткәнегеҙ-итмәгәнегеҙҙе лә Аллаһ белеп тора.

93.Тәүрәт индерелгәнгә ҡәҙәр Исраилдың үҙенә ашарға ярамаған ризыҡтарҙан (дөйә ите, дөйә һөтөнән) башҡаһы Исраил улдарына харам түгел ине.

Әйт Һин:

— Әгәр ҙә һеҙ тура юлда икәнһегеҙ, Тәүрәтты алып киле­геҙ ҙә уҡығыҙ, — тип. (94)Бынан һуң (йәғни Тәүрәтты уҡығандан һуң) Аллаһ аяттарына ҡаршы ялған уйлап сығарып һөйләһәгеҙ, һеҙ залимдар-зиндиҡтар булырһығыҙ. (95)Әйт:

— Аллаһ дөрөҫөн һөйләй, шуға күрә, Аллаһты бер тип бел­һәгеҙ, Ибраһим ышанған дингә йөҙ тотоғоҙ, ул мөшрик түгел ине, — тип.

96.Хаҡтыр, әҙәмдәр өсөн һалынған һәм тура юл күрһәтеүсе беренсе Йорт ул, әлбиттә, Мәккәләге Йорт (Кәғбәҙер).

97.Шунда ап-асыҡ аяттар, Ибраһим баҫҡан ерҙәр бар. Шунда кергән кеше именлектә булыр. Юлын тапҡан (көсө еткән, хәленән килгән) кешеләрҙе Аллаһ шунда (Хажға) барырга бурыслы итте. Берәйһе инҡар итә икән, Аллаһ уға (һәм ғәләмдәге бер нәмәгә лә) мохтаж түгел.

98.Әйт:

— Әй, китап тотҡан ҡәүем, һеҙ нимә генә ҡылһағыҙ ҙа, Аллаһтың, ысынлап та, барыһын да күреп торғанын беләһегеҙ, шулай булғас, ни өсөн Аллаһтың аяттарын инҡар итәһегеҙ? — тип.

99.Әйт:

— Әй, китап тотҡан ҡәүем, үҙегеҙ (Исламдың хаҡ дин икә­нен китаптарығыҙҙан уҡыған килеш) күреп торған килеш, ни өсөн һеҙ иманлы кешеләрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырырга тыры­шаһығыҙ, үҙегеҙ шунда кәмселек табырға маташаһығыҙ. Аллаһ ҡылғандарығыҙҙы белмәй түгел. (100)Әй, иман килтергәндәр, әгәр ҙә үҙҙәренә китап индерелгәндәр араһындағы төркөмдәргәбаш эйәһе булһағыҙ, һеҙҙе иманығыҙҙан ваз кистереп, кәфер итәсәктәр. (101)Аллаһтың аяттарын уҡып торғанда, пәйғәмбәре лә арағыҙҙа ултырғанда, нисек итеп һеҙ Аллаһҡа кәфер итәһегеҙ? Кем Аллаһҡа (диненә) ныҡлап тотонһа, хаҡ­тыр, ул ысынлыҡта тура юлды тапҡан булыр. (102)Әй, иман килтергәндәр, Аллаһтың язаһынан нисек ҡурҡыр­ға кәрәк булһа, шулай ҡурҡығыҙ. Һаҡ булығыҙ, мосолман­лыҡтан башҡа хәлдә йән бирмәгеҙ (мосолман булып үле­геҙ). (103)Барығыҙ ҙа бер булып, Аллаһтың арҡанына (Ҡөръәнгә, Ислам диненә) тотоноғоҙ, сөнки айырылғанда һеҙ бер-берегеҙгә дошман инегеҙ, Ул һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе берләштерҙе. Уның ниғмәте арҡаһында ҡәрҙәштәр булдығыҙ һәм йәнә һеҙ аҫтында ут янып торған упҡындың ҡырыйында инегеҙ, унан һеҙҙе Ул ҡотҡарҙы. Аллаһ һеҙгә аяттарын бына шулай ап-асыҡ итеп аңлата. Моғайын, тура юлға ирешерһегеҙ. (104)Һеҙҙән шундай бер өммәт булырға тейеш, улар һәр кемде хәйерле эштәргә, изгелеккә өндәрҙәр, яманлыҡтан ваз кисергә саҡырырҙар. Бына шундайҙар мораҙҙарына ирешкән ке­шеләр булыр. (105)Һеҙ үҙҙәренә ап-асыҡ аяттар килгәндән һуң да талашып, айырылышып бөткәндәр кеүек булмағыҙ: бына шундайҙарҙың хәле бик тә яман буласаҡ. (106)Ул Көндө нисә йөҙҙәр (сырайҙар) аҡланыр, нисә йөҙҙәр ҡап-ҡара буласаҡ. Ҡара йөҙлөләргә килгәндә:

— Иманығыҙҙан ваз кистегеҙ бит, бына кәферлегегеҙгә тамам ғазап татығыҙ, — тип әйтеләсәк. (107)Йөҙҙәре аҡ булғандар иһә Аллаһтың рәхмәтенә юлығасаҡ. Улар шул рәүештә мәңгегә шунда (йәннәттә) ҡаласаҡ.

108.Былар Аллаһтың хаҡ аяттары, уларҙы һиңә укыйбыҙ. Аллаһ бәндәләренә хаҡһыҙлыҡ ҡылырға һис тә теләмәй.

109.Күктәрҙә нимә бар, Ерҙә нимә бар — бөтөнөһө Аллаһтыҡылыр. Бөтөн эштәр ҙә Аллаһ ҡаршыһына килтерелер. (110)Һеҙ — кешеләрҙең именлеге өсөн (Ләухел Мәхфүздә һайланып) донъяла мәртәбәгә күтәрелгән иң изгелекле бер ҡәүем. Изгелеккә өндәп, яманлыҡтан ваз кисергә саҡырҙығыҙ. Аллаһҡа ышанаһығыҙ. Китаплы кәферҙәр ҙә шулай ышанһа ине, үҙҙәре өсөн хәйерлерәк булыр ине лә бит. Улар араһында ла иман килтергәндәр бар. Ләкин уларҙың күбеһе фәсиҡтәр.

111.Улар рәнйетеүҙән башҡа һеҙгә һис бер нәмә эшләй ал­маҫ. Әгәр һеҙҙең менән һуғыша башлаһалар, улар табандарын ялтыратып ҡасасаҡтар. Һуңынан уларға ярҙам итеүсе булмаҫ. (112)Улар ҡайҙа ғына булһалар ҙа ҡотола алмаҫ, сөнки уларға еңелеү тамғаһы ебәрелгән инде. Тик, улар Аллаһтың бауына (Ҡөръәнгә) тотонһондар, кешеләргә (мөьминдәргә) һыйынһындар. Улар Аллаһтың әсе ҡәһәренә дусар булды. Өҫтәренә меҫкенлек һирпелде. Бының сәбәбе шулдыр, Улар Аллаһтың аяттарын инҡар итеп, кәфер булды­лар, пәйғәмбәрҙәрҙе хаҡһыҙға үлтерҙеләр. Буйһонмағандары өсөн һәм енәйәт ҡылғандары өсөн (Беҙ кәферҙәрҙе язаға тоттоҡ). (113) Уларҙың барыһы ла бер түгелдер. Китаплыларҙың араһында диндә ныҡ баҫып тороусы өммәт тә бар­ҙыр, улар тәүлек сәғәттәрендә сәждәгә китеп, Аллаһтың аяттарын уҡыйҙар. (114)Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышан­ғандар, изгелеккә өндәүселәр, яманлыҡтан ваз кистереүселәр, изгелекле эштәрҙә ярышыусылар — бына шулар изгеләрҙер. (115)Улар ни ҡәҙәр хәйерле эш ҡылһалар, әлбиттә, Уның әжеренән мәхрүм ҡалмаҫтар. Аллаһ тәҡүә кешеләрҙе яҡшы белә. (116)Хаҡтыр, Ул (Аллаһ) кәфер иткәндәрҙе уларҙы малдары ла, балалары ла, һис бер нәмәнән (Аллаһтың ғазабынан) ҡотҡара алмаҫ. Улар—йәһәннәм әһелдәре. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (117)Кәфер кешеләрҙең был донъяла халыҡҡа (ихласһыҙ) биргән малдары (саҙаҡалары) һалҡын елгә оҡшаштыр, ул ел үҙ-үҙҙәренә золом итеүсе ҡәүемдең игендәрен һәләк итте. Аллаһ уларға золом итмәне, улар үҙҙәренә үҙҙәре золом килтерҙе.

118.Ий, иман килтергәндәр, үҙ тоҡомоғоҙҙан (мосолмандарҙан) башҡаларҙы дуҫ итмәгеҙ. Улар (кәферҙәр) һеҙгә яман­лыҡ һәм хөсөтлөк ҡылыу эштәрендә әҙер буласаҡтар, улар һеҙҙең бәләгә тарығанығыҙҙы көтөр. Хаҡтыр, уларҙың нәфрәте боғаҙҙарынан сыҡты. Күңелдәрендәгеһе (хөсөтлөк) тағын да яманыраҡ. Уйлай белгәндәр өсөн беҙ аяттарыбыҙҙы асыҡ итеп индерҙек. (119)Бына һеҙ уларҙы яратаһығыҙ, улар һезҙҙе яратмай. Һеҙ китаптарҙың барсаһына инанаһығыҙ, улар һезҙҙең менән бергә булғанда ғына: «инанабыҙ», тип әйтәләр. Үҙ-ара ҡалған саҡтарында улар зәһәрлектәренән бармаҡтарын сәйнәй башлайҙар. Әйт уларға:

— Асыуығыҙҙан шартлағыҙ! — тип.

Шөбһәһеҙ, Аллаһ уларҙың эсендә нимә бар, барыһын да белеп тора.

120.Һеҙгә яҡшылыҡ килһә, улар ҡара көйә. Һеҙгә берәй бәлә килһә, улар ҡыуана. Әгәр һеҙ сыҙам булһағыҙ, гөнаһтарҙан һаҡланһағыҙ, уларҙың хәйләләре һеҙгә һис нисек тә за­рар килтерә алмаҫ. Шөбһә юҡ, нимә ҡылһалар ҙа, Аллаһ гөнаһлыларҙы (язаһы менән) сорнап алыусыҙыр.

121.Бына һин мосолмандарҙы һуғыш өсөн уңайлы урын­дарға теҙергә тип, иртән иртүк өйөңдән сығып киттең. Ысын­лап та, монафиҡтар, кәферҙәр нимә ҡылһа ла, Аллаһ барыһын да мөкәммәл ишетеп, белеп тороусы.

122.Шул ваҡытта һеҙҙең аранан ике ғәскәр ҡурҡыуға төштө. Аллаһ уларға ярҙам итте. Мөьминдәр фәҡәт Аллаһҡа ғына ышанырға тейештәр.

123.Хаҡтыр, һеҙ Бәдер һуғышында көсһөҙ һәм ҡауша­ған инегеҙ, Аллаһ һеҙҙе еңеүгә ирештерҙе. Аллаһтың яза­һынан ҡурҡығыҙ, Уға шөкөр итегеҙ. (124)Шул ваҡытта һин мөьминдәргә:

— Индерелгән өс мең фәрештә менән Раббыбыҙҙың ярҙа­мы һеҙгә етмәйме ни? — тип әйттең. (125) Әлбиттә, һеҙ түҙемлек менән Аллаһ юлында булһағыҙ, көтөлмәгәндә (дошман) һөжүм(е) булһа, Раббыбыҙ һеҙгә һайлап алынған биш мең фәрештә менән ярҙам итәсәк. (126)Аллаһ быны (фәрештәләр менән ярҙам итеүҙе) фәҡәт һеҙҙе ҡыуандырыр өсөн һәм күңе­легеҙ тынысланһын, тип эшләне. Еңеү, хөкөм һәм хикмәттәрҙең хужаһы бары тик Аллаһтыр.

127.Кәферҙәрҙең бер өлөшөн сабып үлтерһендәр тип, уларҙың икенсе өлөшө баштары аҫҡа килһен, мораҙҙарына ирешә алмай­ынса, ҡасһындар тип. (Мин һеҙгә ярҙам иттем.)

128.Бәндәләремдең эштәрендә һинең һис бер ҡатнашың юҡ. Аллаһ уларҙың тәүбәһен ҡабул итер йәки уларҙы, залим булғандары өсөн, ғазаптарға һалыр. Сөнки улар ысындан да за­лим.

129.Күктәрҙә нимә бар, Ерҙә нимә бар — бөтөнөһө лә Аллаһтың милке. Кемде теләй, шуны ярлыҡай Ул, кемде теләһә, шуға яза бирә. Аллаһ киң ихтыярлы, ярлыҡаусы, ысынлап та, гөнаһтарҙы кисереүсеҙер.

130.Әй, иман килтергәндәр, рибаны ҡат-ҡат арттырып алмағыҙ. Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда, мораҙығыҙға ирешерһегеҙ.

(Риба— әжәткә биреп торған аҡса, мал өсөн арттырып түләтеү, ломбард, процент аҡсаһы, ростовщиклыҡ.)

131.Кәферҙәр өсөн әҙерләнгән уттан (йәһәннәмдән) һаҡланығыҙ. (132) Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ, ярлыҡау һәм рәхмәткә ирешерһегеҙ. (133)Раббыбыҙҙың ярлы­ҡауына һәм тәҡүә мосолмандар өсөн әҙерләнгән йәннәткә, күктәр һәм Ер кеүек иркен урынға ынтылығыҙ.

134.Улар — саф мосолмандар; муллыҡта ла, юҡлыҡта ла йомарт булғандар, асыу һаҡламаусылар, кешеләрҙең кәмсе­лектәрен кисерә белеүселәр (өсөн ул йәннәт). Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата.

135.Боҙоҡ эштәре менән гөнаһлы булғандарҙы, үҙҙәренә үк насарлыҡ эшләгәс, һуңынан Аллаһты иҫкә төшөрөп, тәүбә итеп, гөнаһтарын ярлыҡауҙы теләгәндәрҙе Аллаһ ярлыҡар. Аллаһтан башҡа уларҙы кем ярлыҡар? (Әлбиттә), улар гөнаһ ҡылыуҙарын күрәләтә дауам итмәһәләр. (136)Бына уларға шундай әжер -Аллаһтың ярлыҡауыҙыр: гөл-баҡсалар араһында ағып ятыусы шишмәләр изгелек ҡылғандар өсөн ғайәт гүзәл бүләк һәм улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ.

137.Ысынлыҡта һеҙҙән әүүәл бик күп ғибрәтле ваҡиғалар, илаһи ҡанундар булып уҙған ине инде. Шуға күрә, Ер йөҙө буйлап сәйәхәт итегеҙ, (аяттарҙы) ялған тип иҫәпләгәндәрҙең хәле нисек булғанын күрерһегеҙ (ғибрәт алырһығыҙ!).

138.Был (Ҡөръән) кешеләр өсөн бер хәбәрҙер, (яманлыкҡтарҙан) һаҡланыу өсөн диндар кешеләргә бер ҡотолоу юлы һәм өгөт-нәсихәттер.

139.(Мосолмандар) ҡаушамағыҙ, хафаланмағыҙ, әгәр ҙә һеҙ мөьмин-мосолман икәнһегеҙ, һеҙ барыһынан да өҫтөн булырһығыҙ.

140.Әгәр ҙә һеҙ (Ухуд һуғышында) яраланған булһағыҙ, (Бәдер һуғышында) башҡа ҡәүемгә лә (кәферҙәргә) шундай уҡ хурлыҡ килгән ине. Ул көндәрҙе беҙ сиратлашты­рып торорбоҙ. (Бер көндө кәферҙәр еңер, икенсе көндө мосолмандар еңеүсе булыр.) Аллаһ иман килтергәндәрҙе асыҡла­һын өсөн һәм арағыҙҙан шаһидтар һәм шаһиттар һайлаһын өсөн, кәферҙәрҙе (морҙар ҡылып), һәләк итһен өсөн шулай хуп күрҙе. Аллаһ ғәҙелһеҙҙәрҙе яратмай.

(«Иман килтергәндәрҙе асыҡлаһын өсөн» ғибәрәһе «ли йәғләмә»нең мәғәнәһен аңлатаҙыр. Аллаһтың мәңгелек ғилеме менән мосолманды кәферҙән айыра белергә тейешлебеҙ. Шуның сәбәбе менән «шаһидтар» мәғәнәһендә килеүсе «шүһәдә» һүҙен «шаһиттар» тип тә тәржемә итәләр».

Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)

141.Аллаһ иман килтергәндәрҙе гөнаһтарҙан тыйылып, паҡлыҡҡа сығарыр өсөн, кәферҙәрҙе һәләк итер өсөн шу­лай эшләне.

142.Юҡһа, һеҙ Аллаһ юлында (Жиһадта, Ғәзәүәттә) һу­ғышҡандар менән һуғышмағандарҙы, түҙемлектәр кисергән сабырҙарҙы асыҡламайынса ғына, Аллаһ һеҙҙе йәннәткә кер­тер, тип уйлайһығыҙмы?

143.Ысынлап та, әжәл килгәнсе үк үлем (шаһидлыҡ) те­ләнегеҙ, бына инде һеҙ бер ҡарауҙа уҡ үлемде (күрҙегеҙ) таты­нығыҙ.

144.Мөхәммәд ул — фәҡәт пәйғәмбәр генә. Унан элек тә әллә нисә пәйғәмбәр (был донъяға) ки­леп киткән ине. Хәҙер ул үлһә йәки үлтерелһә, баҫҡан ере­геҙҙән кирегә боролорһоғоҙмы? (Йәнә кәфер булырһығыҙмы?) Кем дә кем иманын ташлап, динһеҙлеккә күсә икән, Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Аллаһ шөкөр иткәндәр һәм сабыр-сыҙам булғандарға әжер бирәсәк.

← Предыдущая страница | Следующая страница →