Поделиться Поделиться

Башҡорт мәғрифәтселәре һәм фольклорсылары

( ХIХ быуат - ХХ быуат башы )

Биксурин Мирсалих Мирсәлим улы(1819 - 1903 йылдар тирәһе)- танылғанбашҡортмәғрифәтсеһе, башҡорт теле белгесе, педагог, фольклорсы, тәү башлап башҡорт яҙма әҙәби телен булдырыуға ҙур өлөш индергән ғалимдәрҙең береһе.

Мирсәлих Биксурин 1819 йылда Ырымбурҙа ярлыланған башҡорт дворяны ғаиләһендә тыуған. Ырымбур Неплюев хәрби училищеһен 1838 йылда тамамлаған. 1841 йылдан башлап оҙаҡ йылдар дауамында ғәрәп, фарсы, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ телдәрен уҡытҡан. Бер юлы Ырымбур генерал - губернаторы янында тәржемәсе вазифаһын үтәй. Уңышлы ғилми - педагогик эшмәкәрлеге өсөн күп кенә орден - миҙалдар менән бүләкләнә. Биксурин башҡорт милли әҙәбт теленә нигеҙ һалыусы лингвистарҙың береһе. ,, Бохара, башҡорт, ҡырғыҙ һәм Төркөстанда йәшәүселәрҙең ерле һөйләшен күрһәтеп ғәрәп, фарсы, татар телдәрен өйрәнеү буйынса башланғыс ҡулланма төҙөгән. (,, Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов и жителей Туркестана.“ )

Мирсалих Биксурин - башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм баҫтырып сығарыу эшенә ҙур өлөш индергән ғалим. Фольклор материалдарын ул тәү башлап, диалект үҙенсәлектәрен һаҡлап, башҡорт телендә баҫтырып сығарған. ,,Батыр батшаның әкиәте,“ ,,Өс туған“ әкиәттәре - тап бына шундайҙарҙан.

Мәғрифәтсе 60-70-се йылдарҙа батша хөкүмәтенең Урта Азияға ойошторған хәрби походтарында тәржемәсе булып эшләй. Ошо осорҙа ул был төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың тормош - көнкүрешен, этнографияһын өйрәнә. Һөҙөмтәлә ,,Хәҙрәт мәсетенең һүрәтләмәһе,” ,,Төркөстан өлкәһе,” ,,Бохарала аҙыҡ - түлек хаҡтары,” ,,Шахрисәб биләмәләре“ кеүек тарихи - этнографик хеҙмәттәре донъя күрә. Биксурин мәҡәләләренең байтағы ,,Төркөстан крайы“ (Казан, 1872) йыйынтығында баҫыла.

Урыҫ география йәмғиәте Ырымбур бүлегенең тулы хоҡуҡлы ағза итеп һайлана, генерал дәрәжәһенә тиклем үрләй. Мирсалих Биксуринға надворный, коллежский, статский советник дәрәжәһе бирелә. Уның йыйған фольклор иатериалының бер өлөшө баҫтырылып сығарылмаған һәм Фәндәр акаемияһының Өфө ғилми үҙәге китапханаһында һаҡлана.

Мифтахетдин Аҡмулла (Камалетдинов) (1831 - 1895) беренсе башҡорт мәғрифәтсе - шағир булған. Халыҡ араһында йөрөп уның тарихы менән ҡыҙыҡһынған, шиғырҙар яҙған. Аҡмулла үҙенең шиғырҙарында байҙарҙың ҡомһоҙлоғон, муллаларҙың наҙанлығын фашлаған. Үҙенең билдәле ,,Башҡорттарым, уҡыу кәрә “ тигән шиғырында халыҡты белемгә саҡырған:

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Алтыға берҙе ҡушып һан ун булмай,

Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.

Белемлелек - арыҫландан көслө батыр,

Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

Ул 1831 йылдың декабрь айында Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә хәлфә Шәмсетдин Зәкиҙән белем алған, артабан Ырымбурға сығып китә, Троицкигә килеп уҡый, үҙ аллы белемен күтәрә.

Ун ике йыл ситтә йөрөгәндән һуң, Аҡмулла тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Әммә унда күп тормай, атаһының атын егеп алып, баш һуҡҡан яҡҡа сығып китә. Арбаһының бер бүлегенә столярлыҡ ҡоралдары һалған, икенсеһен китаптар менән тултырған илгиҙәр шағир һәм балта оҫтаһын Башҡортостандың көнъяҡ ауылдарында, башҡорт йәйләүҙәрендә бик йыш күрәләр.

Шулай, Башҡортостан буйынса сәйәхәт иткән ул, ауылдан - ауылға йөрөп балалар уҡытҡан, шиғырҙары менән халыҡ араһында сығыш яһаған. Бер ваҡыт ҡаҙаҡ далаларына сығып киткән һәм унда ла ҡаҙаҡ балаларын уҡытып йөрөгән. Үтә әсе телле аҡынды, билдәле, ҡаҙаҡ байҙары яратмай, шул арҡала дүрт йылға яҡын Троицк төрмәһендә ултыра. Ошоларға бәйле ,, Минең ятҡан урыным - төрмә “ тигән шиғырын яҙа:

Сәләм һуңында, меҫкен хәлен һораһағыҙ,

Хат менән белдерәйем, теләһәгеҙ.

Аһ ороп, аш эсмәй ҡан йотабыҙ,

Үлгәнгә, үлмәһәк тә, йәнәшәбеҙ.

Һарғайып, төн йоҡламай, йән атабыҙ,

Аҡылдан ҡайғы күреп аҙашабыҙ.

Ау ҡороп себен тотҡан үрмәкселәй,

Ҡандала, бөрсә менән талашабыҙ.

Минең ятҡан урыным - исеме төрмә,

Һәр төрлө кешеләр бар яфа күргән.

Эсендә төрлө ғибрәт, иҫәбе юҡ,

Нисә төрлө ғәйепле - бары йыйылған ...

Ябай ҡаҙаҡтар киреһенсә уны ныҡ хөрмәтләп ,,Аҡмулла“ тип атай башлағандар. Башҡорттарҙа ғына түгел, татарҙар менән ҡаҙаҡтар араһында ла киң танылыу тапҡан ул, илгиҙәр һәм көрәшсе шағир булып мажаралы ғүмер кисергән. Бына шулай ул йыл әйләнәһенә башҡорт һәм ҡаҙаҡ далалары буйлап гиҙгән, шиғырҙар сығарған, халыҡ менән аралашҡан, халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынған, кешеләрҙең боҙоҡлоҡтарынан көлгән.

Мифтахетдин Аҡмулланың хәҙерге Баймаҡ районы, элекке Бөрйән олоҫондағы Темәс, Байым ауылдарына туҡтап балалар уҡытып йөрөгәне билдәле.

,, Сказание о земле Баймакской “ (Өфө, 1998) тигән йыйынтыҡта төҙөүсеһе Ю. А. Узиков былай тип яҙған:

,, ... Р.В. Буранбаев познакомил меня с многочисленными памятниками села Темясово. Когда мы были на вершине горы Рапат (укрепленное городище), он показал на новое здание мечети и сказал:

- Там как раз находилось медресе, в котором преподавал в 1892 году Мифтахетдин Акмулла. Рядом находился и дом, где он жил.

Этот факт из жизни в Темясово великого ученого был для меня новым, пришлось тщательно изучить литературу об Акмулле. И в книге писателя и ученого Рашита Шакура ,,Звезда поэзии: Мифтахетдин Акмулла“ я прочитал буквально следующее:

,, Пришло письмо из города Баймака от Расиха Ахметовича Баимова. Он подробно изложил воспоминания своего отца Ахмета Баимова, жившего в 1876-1964 годах и в молодости бывшего шакирдом у Акмуллы. Воспоминание повествует, что Акмулла в 1892 году всю зиму прожил в селе Темясово нынешнего Баймакского района Башкирии, обучал детей, писал книги, мастерил и чинил для людей совки, самовары, другие вещи, необходимые в быту. Темясовцы услышали из его уст множество стихов, многие старики помнят об этих событиях.

Баймаҡ районы II Этҡол ауылынан Шәһәрғәзи сәсән Ғәбдиевтың иҫтәлектәрендә Аҡмулланың ошо ауылға һабаҡташы Таһир Дәүләтшинға килеп - китеп йөрөүҙәре бәйән ителә, хатта улар икәүләшеп ҡаҙаҡ далаларында уҡытып йөрөгәндәре иҫкә алына. Был турала Ғәбдиевҡа Таһир Дәүләтшин үҙе һөйләп ҡалдырған. Сәсән Шәһәрғәзи Ғәбдиевтың ошо иҫтәлеген килтереп үтәйек:

,, Ауылыбыҙҙың иң арҙаҡлы, абруйлы шәхестәрен береһе Таһир Хисаметдин улы Дәүләтшин Аҡмулла менән Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бергә уҡыған, яҡындан аралашҡан. Таһир ағайҙың бик бай китапханаһы бар ине. Шул ваҡытта сыҡҡан бар гәзит - журналдар ҙа унда була торғайны. Мин шуларҙы уҡып, көндәрем үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала инем. Былай тип бәйән итте ул: ,, Беҙ Аҡмулла менән мәҙрәсә тамамлағас, Троицк яҡтарында көҙ еткәнсе ҡаҙаҡ балаларын уҡыттыҡ. Ҡаҙаҡтар мөлдәкә истәктәрҙе (уҡымышлы башҡорттарҙы) бик ихтирам итәләр ине. Бер - беребеҙҙән әллә ни алыҫ ара булмағанға күрә беҙ йыш ҡына осрашып торҙоҡ. Ҡаҙаҡтар әленән - әле йыйындар, ҙур мәжлестәр ойоштороп, музыка һәм һүҙ ярыштары уҙғара торғайнылар. Уларҙа Аҡмулла һис тә алдынғылыҡты бирмәне. Бигерәк тә Троицкиҙән алыҫ булмаған Ҡараболаҡ йыйынындағы сығышы иҫтә ҡалған. Унда Аҡмулла әллә ҡайҙан йыйынып, әллә күпме әҙерләнеп килгән бер ҙур ҡаҙаҡ аҡынын, исемен онотҡанмын, һүҙ менән отто ғына түгел, ә көлкөгә ҡалдырҙы. Шуның менән дә ул, күрәһең, үҙенә дошмандар тапты. Уның түрәләргә ҡарата булған тура һүҙлелеге лә йәшәйешенә мәшәҡәт өҫтәмәй ҡалмағандыр.

1993 йылда Аҡмулланы мин ауылға, II Этҡолға алып ҡайттым. Ул беҙҙең йортта йәшәп, ҡыш буйы ауыл балаларын уҡытты. Уны ауыл халҡы бик ихтирам итте, сиратлашып ҡунаҡтан - ҡунаҡҡа йөрөттөләр. Был мәжлестәрҙә ул шиғырҙар уҡый, вәғәздәр һөйләй торғайны.

Йыш ҡына Аҡмулла янына күрше Байым ауылынан шағир Заһретдин Байымов хәҙрәт, Муллаҡайҙан Ғабдулла Сәйетов килә торғайны. Улар Аҡмулла менән бергә уҡынылар, яҡын дуҫтар булдылар. Шуларға минең атай ҙа, Хисаметдин мулла, ҡушылып, оҙаҡ гәпләшеп, шиғырҙар уҡышып ултыра торғайны. Ул килһә, ауыл халҡы йәнә дәртләнеп һый - хөрмәт күрһәтә ине. Ул булған һәр аш мәжлесе бик күңелле үтә торғайны. Аҡмулла үҙенең шиғыр, мөнәжәттәрен уҡыны. Уның сығыштары күп ваҡытта өгөт - нәсихәттәрҙән ғибәрәт ине.

...Бер ваҡытта ла буш ултырманы, өҙлөкһөҙ китаптар уҡыны, шиғырҙар яҙҙы. Халыҡҡа көнкүреш әйберҙәре яһаны, бура ла бураны. Ишек - тәҙрә рамдары эшләне. Ул үҙе менән һәр саҡ китаптарын, оҫталыҡ ҡорамалдарын ҡуян арбаһына тейәп алып йөрөттө.Уның ҡара туры аты булды.

Көндәр йылыныу менән Аҡмулла менән йәнә ҡаҙаҡ далаларына сығып китә торғайныҡ.”

Шуларҙы бәйән итте миңә Таһир Дәүләтшин ағай.( Шәһәрғәзи сәсән. Төҙөүсеһе А. Тажетдинов. Өфө - 2005, 14 - 15 биттәр)

Тимәк, Аҡмулла Баймаҡ ерендә күп тапҡырҙар булып киткән мәғрифәтсе - шағир. Күренеүенсә, ул Баймаҡ яҡтарында ике ҡыш ҡышлаған, балалар уҡытҡан, ә йәй булһа, ҡаҙаҡ далаларына китеп, уларҙың балаларына һабаҡ биргән. Уның менән бергә ҡаҙаҡ далаларын II Этҡолда ғүмер һөрөүсе, абруйлы һәм арҙаҡлы Таһир Дәүләтшин дә ҡыҙырған һәм шулай уҡ һабаҡ биреү менән шөғөлләнгән.

Ләкин 1895 йылда шағирҙың ғүмере уйламағанда өҙөлгән: үткер телле, дөрөҫлөктө яратҡан шағирҙы күралмаған байҙар, муллалар, кеше яллап, Миәстән Өфөгә китеп барған юлда үлтерткәндәр.

Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев та (1841 - 1907)күренекле мәғрифәтсе - ғалим булған, Башҡортостан тарихы буйынса ,,Йәдкәр “ ( 1897 ) исемле китап баҫтырып сығарған, ауыҙ - тел ижады менән ҡыҙыҡһынған, шиғырҙар, мәҫәлдәр яҙған. Пушкиндың ,,Баҡсаһарай фонтаны“н башҡорт теленә тәржемә иткән.

Ул 1841 йылда Өфө өйәҙенең Йомран - табын олоҫо Ибраһим ауылында (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы) кантон башлығы ғаиләһендә тыуған. Ырымбур кадет корпусында белем алған, рус телен бик һәйбәт белгән, Лермонов, Крылов, Пушкин әҫәрҙәре менән таныш булған. 70 - се йылдар аҙағында Стәрлетамаҡта рус синыфтары уҡытыусыһы булып эшләгән, ә 1880 йылда Өфөгә күсеп килгән. Бында округ судында эшләгән, Мосолман диниә назаратында тәржемәсе булған. 1883 йылда мөфтөйҙөң ярҙамсыһы сифатында Мәскәүҙә батшаны тәхеткә ултыртыу тантанаһында ҡатнаша, 1887 - 1889 йылдарҙа эше буйынса Петербургта һәм Ҡырымда йәшәй. Ошо осорҙа уның тыуған яҡ тураһындағы тәүге хеҙмәттәре күренә башлаған. Тәүге баҫмаларҙың береһе ,, Приметы, поверья и изречения магометан Уфимской губернии “ (1883) тигән мәҡәлә. Унда ғалим халыҡ араһында таралған төрлө ырым - йола һәм тәбиғәт күренештәренә бәйле булған тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәлдәр үрнәген урынлаштырған. Мәҫәлән: Юлбарыҫ тиреһе ябынып ҡына батыр булып булмай. Йәки: Донъяла ике кеше ҡәнәғәтләнеүҙе белмәй: береһе - ғилем эйәһе, икенсеһе - байлыҡ эйәһе.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев башҡорттарҙың тарихы, ғөрөф - ғәҙәттәре, йолалары хаҡында ла күп кенә хеҙмәттәр яҙған. Улар араһындағы ,,Башҡорттар,” ,, Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар,” ,,Башҡорт халҡының аҡ һәм ҡара көндәре,“ ,,Башҡорт ҡорото,” ,,Башҡорт ҡурмасы” кеүек тарихи - этнографик хеҙмәттәре һаман да әһәмиәтле булып ҡала.

1901 йылда нәшер ителгән ,,Төрки теле нәхүенең мохтасары“ (төрөк теленең ҡыҫҡаса синтаксисы) башҡорт - татар уҡымышлылары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Күренекле мәғрифәтсе бик бай фәнни мираҫ ҡалдырған.

Мәғрифәтсе - ғалимдың эшмәкәрлегендә публицистика, йәғни ижтимағи мәсьәләләргә арналған мәҡәләләр, ҙур урын алып тора. Бындай мәҡәләләрендә ул халыҡҡа аң - белем биреү, тыуған телдә дәреслектәр сығарыу мәсьәәләһен күтәрә, халыҡтың бөлгөнлөккә тәшә барыу сәбәптәрен аса. М. Өмөтбаев 1907 йылда донъя ҡуйған.

Рәсүлев Ғайса Фәтхулла улы(1866 - 1921) - йырсы һәм сәсән. Башланғыс белемде Учалы районындағы тыуған ауылы Ялсығолда ала. Артабан ике туған ағаһы Зәйнулла Рәсүлевтың ,,Рәсүлиә“ мәҙрәсәһендә уҡый. Уны мамамлағас шул уҡ райондың Иҫке Байрамғол (элекке Әүеш) ауылында ғүмер буйы мулла, йә ахун булып тора. Халыҡ йырҙарын йырлаусы булып та таныла.

Ғайса ахунға 1905 йылғы рус - япон һуғышында ҡатнашырға тура килә. Ул унда полк муллаһы булып хеҙмәт итә. Үҙ заманына күрә белемле, юғары мәҙәниәтле, зыялы булыуын уның тормош юлын өйрәнеүсе ғалимдарҙың береһе Ғ. Б. Хөсәйенов билдәләй. Рус, ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белгән. Һуғыштан ҡайтҡас, ғүмеренең иң һуңғы көндәренә тиклем ябай халыҡҡа ходатай яҡлаусыһы) булып тора.

Ғайса Рәсүлев - рус - япон һуғышына арналған күп кенә бәйеттәрҙең, шул эстән Аҡмулла үлеме хаҡындағы бәйеттең авторы. Шулай уҡ ,,Илсе Ғайса“ тип исемләнгән һәм бер - нисә вариантта таралған классик йырҙы ул сығарғаны билдәле. Был йырҙа тыуған илгә булған һөйөү, ҡырҙа оҙаҡ йөрөгән саҡтарҙағы һағыш ялҡыны сағылыш таба:

Ҡара ҡытат елән, ай, иңемдә,

Ҡара ебәк билбау билемдә.

Башҡайҙарым ситтә йөрөһә лә,

Күңелдәрем тыуған илемдә.

Бер төркөм ғалимдар ,, Порт - Артур “ йырының авторы Ғайса Рәсүлев булырға тейеш, тип фараз итәләр. Шулай булыуы бик мөмкин, сөнки ул ваҡытта үҙе һүҙ, үҙе көй яҙған кешеләр бик һирәк булған, булһа ла абруйы ҙур булған Ғайса ахунға күрһәтмәйенсә бындай йыр таралып та китмәҫ ине.

Рус - япон һуғышынан ҡайтҡандан һуң, ахун Рәсүлевтың икенсе ҡатынынан тыуған улы бала ғына ваҡытында Әүеш күленә батып үлә. Йырҙың ,, Ғайса “ тип аталған тағы бер вариантында, күрәһең, ошо көйөнөслө һәм ҡайғылы ваҡиға сағыла:

Ҡаҙ бәпкәләре һары икән,

Теҙелеп - теҙелеп һыуға бара икән.

Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған

Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән.

Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы ( 1884 - 1972 ) - Башҡорт АССР - ның Халыҡ сәсәне. Шишмә ауылының Йәрми ауылында тыуған, ҡушаматы шул ауыл исеменән алынған. Ун өс йәштә атаһы үлеп китеү сәбәпле бөтә ғаилә хәстәрлеге уның өҫтөнә төшкән, сөнки ул балалар араһында иң олоһо булған. Сәйет Исмәғилев, йәиһә Йәрми Сәйете, Октябрь революцияһына тиклем кулактарҙа батрак, тимер юл станцияһында эшсе булып эшләй. 16-17 йәшендә үк ул шиғырҙар, йырҙар сығарып яҡын - тирәләге ауылдарҙа таныла.

1926-1927 йылдарҙа Шишмә театрында артист булып эшләп ала.Һуңыраҡ,колхоз ойошторолғас та, үҙ ауылында колхозсы хеҙмәтен башҡара.

Исмәғилев бик йәшләй гармунда , скрипкала уйнарға өйрәнә. Һабан туйҙарында, йыйын - мәжлестәрҙә, клубтарҙа сығыш яһап, үҙе скрипкала уйнап, үҙе йыр сығарып йырлап, бәйет әйтеп йөрөр булған, тора - бара халыҡ уны сәсән тип атай башлаған, сәсән булараҡ танылыу тапҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, концерт бригадалары менән республика ауылдарын урап сыға, бер - нисә тапҡыр фронтта һалдаттар алдында сығыш яһай.

Сәйет Исмәғилев - бер - нисә китап авторы. Улар араһынан ,,Сәйет йырҙары,” ,,Сәсән һүҙе,” ,,Һайланма әҫәрҙәр,“ ,,Сәсән йырҙары“ исемле китаптарын күрһәтергә мөмкин. Уның күпселек әҫәрҙәре халыҡ ижадына тартым булып образлылыҡҡа нигеҙләнгән: ,,Бәхет - ҡыҙ тураһында һүҙ,” ,,Нужаның сәйәхәте,” ,,Аслыҡ батша “ әҫәрҙәре тап шулай.

Сәйет Исмәғилевтең һуңғы йылдарҙа ижад иткән шиғырҙары тормошҡа һоҡланыу менән һуғарылған, ыңғай яҡтарҙы данлау, кире яҡтарҙы фашлау хас уларҙа. Өгөт - нәсихәт, фәлсәфәүи йүнәлештәге шиғырҙары байтаҡ. ,,Йөҙгә етермен әле,” ,,Өгөт,” ,,Балаларға,” ,,Һөнәр өйрәнеү хаҡында“ шиғырҙары бына шундайҙарҙан.

,, Минең йырҙарым “ шиғырында тормош матурлығы тураһында ғорурлыҡ менән яҙа ул:

...Йәрми була минең тыуған ауыл,

Шунан сыҡты минең юлдарым.

Хәҙер ауылдарҙан ауылдарға

Яңғырап йөрөй минең йырҙарым.

Ниңә миңә музыка уйнамаҫҡа, -

Илемдә бит йәшәү күңелле.

Партиябыҙ шулай нурлы итте,

Йырлы итте беҙҙең күңелде...

Сәсәндең ижадында мәҫәлдәр һиҙелерлек урын алып тора. ,,Бүре менән төлкө хикәйәһе,” ,,Ҡарт бесәй менән сысҡан “ кеүек мәҫәлдәр - угың уңышлы сыҡҡан әҫәрҙәре.

Сәйет Исмәғилев алтмыш йылға яҡын ғүмерен сәсәнлек сәнғәтенә бирә.

Дәүләтшин Фәррәх Дәүләтшә улы ( 1887 - 1956 ) - Башҡорт АССР - ының халыҡ сәсәне. 1887 йылда хәҙерге Дүртөйлө районы Иҫке Уртай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете йәшендә етем ҡалып, үҙ көнөн үҙе күрә: байҙарҙа көтөү көтә, урман ҡырҡа, батрак булып башҡа эштәрҙе башҡара. 1913-1916 йылдарҙа Аҡшишмә исемле ҡағыҙ фабрикаһында эшләй. Ошонда, пар ҡаҙаны шартлап, тома һуҡыр ҡала. Тап бына ошо осорҙа Дәүләтшиндә сәсәнлек һәләте уяна: ауылдан ауылға йөрөп бәйет әйтә, йырҙар сығара, шулай тамаҡ туйҙырырға тура килә. Яҙғандары халыҡ араһында телдән тарала башлай.

Октябрь революцияһынан һуң Фәррәх Дәүләтшә улының сәсәнлек эшмәкәре уның төп һөнәренә әйләнә. Уның әҫәрҙәре телдән таралыу менән бер рәттән, гәзит - журнал биттәрендә бер - бер артлы баҫыла башлай.

Халыҡ сәсәненең тәүге китабы 1928 йылда ,,Һүҙ табыусы һуҡыр Фәррәх әңгәмәләре“ исеме менән баҫылып сыға. Күп кенә йырҙары, шул эстән ,,Беҙҙең ҡояш,” ,,Ишембай“ тигәндәре тыуған илен, йәшәгән төйәген данлауға арналған. Ижадының артабан активлашып китеүе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. ,,Ғәлиә ҡыҙ бәйете“ колхоздың алдынғы тракторсыһын данлаһа, ,,Алты ялҡау бәйете“ етешһеҙлектәрҙе, эштән ҡасыусыларҙы критика аҫтына ала. ,,Ватан һуғышы бәйеттәре,” ,,Атланайыҡ аттарға“ әҫәрҙәре Тыуған ил тойғоһо тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Уның әҫәрҙәре жанр йәһәтенән халыҡ ижадындағы бәйеткә тартым, шуға күрә ул бәйет атамаһын йыш ҡуллана. ,,Чкалов бәйете,“ мәҫәлән, күренекле осоусының фәжиғәле үлеменә бағышлап сығарылған.

Әҙәби ижад өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1939 йылда Совет хөкүмәте уны ,,Почет билдәһе“ ордены менән наградлай. Орден алғандан һуң ,,Рәхмәт” исемле шиғырында тормошона ҡыҫҡаса байҡау яһап, Тыуған иленә рәхмәт әйтә:

...Осһоҙ хаҡҡа эшләгәнгә

Байҙар риза булдылар.

Мине һуҡыр иткәндән һуң,

Фабриканан ҡыуҙылар.

Алһалар ҙа күҙемде,

Бирмәнем мин һүҙемде.

Халҡыма хеҙмәт итергә

Һаҡланым мин үҙемде.

Элгәре беҙ бәхетте

Күрмәнек бер ваҡыт та.

Рәхмәт беҙҙең партияға:

Беҙ йәшәйбеҙ шатлыҡта.

Ә 1944 йылда ижады, патриотик бәйеттәр һәм шиғырҙар яҙған өсөн, ,,Башҡортостандың халыҡ сәсәне“ тигән исем бирелә.

,,Минең Мәскәүгә барыуым“ бәйетендә хәл - ваҡиғалар ҡабат - ҡабат һүрәтләнә, үҙенең теле, поэтик саралары менән уның яҙғандары халыҡ бәйеттәренән айырылмай ҙа.

Валидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы ( Зәки Вәлиди Туған. 1898 - 1970 ) - исеме бөтә донъяға билдәле булған атаҡлы ғалим - тюрколог һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡорт милли хәрәкәт етәксеһе. Философия докторы. Вена университетын тамамлаған. (1935) Тәүге хеҙмәттәре башҡорт халыҡ ижады менән бәйле.

Ул Ишембай районының Көҙән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Нәҫеле Юрматы ҡәбиләһенең Суҡлыҡай ырыуына барып тоташа. Башланғыс белемде атаһы мәҙрәсәһендә ала, әсәһе фарсы, ғәрәп телдәренә өйрәтә. Биш - - алты йыл дауамында Үтәк ауылында (хәҙерге Ғәфури райохан яҡтарында ны) олатаһы Хәбибназар мәҙрәсәһендә уҡый, унда киңерәк итеп фарсы - телен, рус телен һәм әҙәбиәтен өйрәнә. 1908 йылда ауылынан сығып китеп Ырымбур, Әстрхан яҡтарын гиҙеп йөрөй, шунан Ҡазанға юл бора. Унда бер йыл ,,Ҡасимиә“ мәҙрәсәһендә уҡый һәм шунда уҡ төркиҙәр тарихынан уҡытыусы булып эшләй башлай, матбуғат биттәрендә ғилми мәҡәләләр менән сығыш яһай. 1912 йылда ,,Төрк үә татар тарихы” тигән китабы баҫылып сыҡҡас, Әхмәтзәки Вәлиди фән донъяһына тарихсы булып таныла. Бынан алдағы хеҙмәттәре халыҡ ижады тарихы менән туранан - тура бәйле. 1911 йылда ,, Шура “ журналында ,, Жырларымыз хаҡында “ тигән мәҡәләһе баҫылып сыға. Был ҙур күләмле мәҡәлә, асылда, башҡорт, татар халыҡ йырҙарының позтикаһын өйрәнеүгә арналған тәүге оло хеҙмәт. Халыҡ ижадына бәйле тағы бер хеҙмәте 1913 йылда ,,Шура“ журналында баҫылып сыға һәм ул ,,Бөржән башҡортлары арасында“ тип атала. Тарихи - этнографик йүнәлешле был хеҙмәт йә әҙәби юлъяҙма рәүешендә, йә фәнни тикшереү стилендә яҙылған. Хеҙмәттең сығанағы бер яҡтан күҙәтеү булһа, икенсе яҡтан ул тиҫтәләгән авторҙарға таяна.

1913-1914 йылдарҙа Фирғәнә һәм Бохара археологик экспедицияла ҡатнашҡан. 1915 йылдан башлап Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһында эш алып бара. 1917 йылдың апреленән алып - башҡорт милли - азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе. Тәүге өс башҡорт ҡоролтайының идеологияһын билдәләй. Башҡорт хөкүмәтен һәм ғәскәрен ойоштороу менән етәкселек итә. Башҡортостан республикаһы хоҡуҡтары сикләнеүгә риза булмайынса, большевиктар менән хеҙмәтәшлекте туҡтата, ил эсенән сығып китә һәм баҫмасылар хәрәкәтенә ҡушыла. Унда ,,Төркөстан милли берҙәмлеге“ ойошмаһының рәйесе итеп һайлана. 1923 йылдың февралендә Төрөкмәнстандан Иранға китә. Бик дөрөҫ эшләй, сөнки бында ҡалһа - милләтсе тип утыҙынсы йылдарҙа ,,тройка“ ҡарары менән атырҙар ине. Бына шулай уның эмиграция йылдары башлана.

Эмиграцияла ғилми һәм уҡытыу эштәре менән шөғөлләнә. 1923 йылдың мартында Ирандағы Мешхед ҡалаһының Равза китапханаһында бер - нисә боронғо ҡульяҙма таба һәм тикшерә. Шуларҙың береһе Ибн Фаҙландың ,,Сәйәхәттәр“ китабы була. Был китапты ул яҡты донъяға сығара.

Зәки Вәлиди оҙаҡ йылдар дауамында (1927 - 1970) Истанбул университетында төрки халыҡтар тарихын уҡыта. Ошо осорҙа ,,Төркиҙәрҙең дөйөм тарихына инеш,” ,,Хәҙерге Төркөстан һәм уның күптән түгелге үткәне,” ,,Тарихи тикшеренеү методологияһы“ һымаҡ фундаменталь хеҙмәттәр нәшер итә. 1953 йылдан башлап Истанбул университеты эргәһендә асылған Ислам буйынса тикшеренеүҙәр институтына етәкселек итә башлай. Фәнни хеҙмәттәре өсөн Иран Мәғариф министрлығының беренсе дәрәжә алтын миҙалы менән бүләкләнә.

Зәки Вәлиди Туғанды иң борсоғаны - бөрйән башҡорттары тарихының фәнни йәһәттән өйрәнелмәүе. ,, Ҡыҙғаныс, - ти ғалим, - башҡорттоң иң саф булған Бөрйән ырыуы һәм уның үҙенә генә хас һыҙаттары бөтөп бара. Ә ғөләмә ( уҡымышлылар ) һәм ғәлимә йәмәғәттәр шуны иҫкә алмайҙар. Беҙҙең ғөләмә һәм ғәлимә йәмәғәттәр Себерҙең әллә ҡайҙағы соҡорҙарындағы бөтә халҡы ике меңдән ғибәрәт булған ваҡ тайфаларҙы өйрәнеү юлында аҡса сарыф итәләр, әммә күҙ төбөндәге ошо башҡорттарҙы өйрәнеү хөсүсиәтендә бер эш тә эшләмәйҙәр. “

Билдәле ғалимды Башҡортостанда яҡшы беләләр һәм онотмайҙар. Башҡлотостан милли китапханаһы уның исеме менән атала. Бынан тыш Зәки Вәлиди исемендәге йәмәғәт премияһы булдырылды. 1992 йылдан башлап Башҡортостанда халыҡ - ара Вәлиди уҡыуҙары үткәрелә. Көҙән ауылында Вәлиди музейы асылды. Һуңғы йылдарҙа Ә. Ә. Вәлиди хеҙмәттәре 90 сы йылдарҙан башлап ғалимдың туған телендә лә күпләп баҫыла башланы: ,,Башҡорттарҙың тарихы. Төрк һәм татар тарихы,“ ,, Хәтирәләр,” ,, Әҫәрҙәр, “ ,, Әүлиәлек ҡыла тимәгеҙ...”, 1998 йыл.

Юлыев Батыргәрәй Мөхәмәт улы - тәүге башҡорт мәғрифәтселәренең береһе. Үкенескә ҡаршы, йәшәгән йылдары билдәле түгел. Хәҙерге Баймаҡ районы I Этҡол ауылында старшина ғаиләһендә тыуған. С.Г. Рыбаков яҙыуынса, Батыргәрәй Мөхәмәт улы Өфөлә белем алған, шунан һуң Өфө губернаһында уҡытыусы булып эшләгән. 90 - сы йылдарҙа тыуған ауылына ҡайтып рус - башҡорт мәктәбендә балалар уҡытыуын дауам иткән.

Этнограф һәм музыка белгесе С.Г. Рыбаков Юлыев менән осрашҡандан һуң, мин күргән беренсе башҡорт яҙыусыһы, тип яҙған. Рус телен һәйбәт белгәнлектән Мәскәүҙә сыға торған ,,Этнографическое обозрение“ журналында башҡорт этнографияһы тураһында бер - нисә мәҡәлә баҫтырған.

Фәнгә Батыргәрәй Юлыев рус телендә баҫылып сыҡҡан ,,Башҡорт этнографияһы тураһында “ (1892), ,,Аждаһа - йылан” (1892), ,,Башҡорт батырҙары Ҡабанбай менән Үҙәнбай“ (1899) исемле хеҙмәттәре билдәле.

,,Башҡорт этнографияһы тураһында” тигән мәҡәләлә ул башҡорт туй йолалары хаҡында ентекләп яҙа. Унда автор туй йолаларын тасуирлап ҡына ҡалмай, ә ошо тәртиптәргә үҙенең баһаһын бирә, ҡарашын белдерә, патриархаль - ырыу йолаларының ҡайһы берҙәренә ҡаршы сыға. Мәҫәлән, ҡыҙҙарҙы һатыу, үҙе бөтөнләй белмәгән кешегә кейәүгә биреү, ҡалым алыу, үтә йәшләй никахлашыу йолаларына ҡаршы булыуы, уларҙың халыҡ үҫеше өсөн зарарлы булыуын аңлауы күҙгә ташлана. Икенсе мәҡәләһендә Юлыев ,,күлдән аждаһа сығыу“ күренешенә метеорология күҙлегенән сығып фәнни аңлатма бирә. Өсөнсө мәҡәләһендә хәҙерге Баймаҡ районы Буранбай ауылы халҡының аслыҡ ваҡытында ирекһеҙҙән ҡаҙаҡ далаһына барымтаға барыуҙары һәм улар артынан килгән ҡыуғындың ауылға ни хәтле ҡайғы - хәсрәт килтереүе хикәйәләнә. Был хикәйәгә Батыргәрәй Мөхәмәт улы ҙур социаль мәғәнә һала, барымта кеүек иҫке йолаларға ҡаршы сыға.

Баймаҡ районы I Этҡол мәктәбе Батыргәрәй Юлыев исемен йөрөтә.

Буранғолов Мөхәмәтшә Ғабдрахман улы(1888 - 1966) - яҙыусы, Башҡорт АССР - ының халыҡ сәсәне, башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм өйрәнеү эшенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән фольклорсы.

Мөхәмәтшә Буранғолов 1888 йылдың 15 декабрендә элекке Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран - Табын олоҫона ҡараған Үрге Илъяс ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы) урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә.Бала сағы бик ауыр һәм аяныслы шарттарҙа үтә: туғыҙ йәше тулыуға атаһыҙ ҡала, ун икегә ҡарағанда әсәһе вафат булып ҡуя. Үкһеҙ етем үҫмер тамаҡ хаҡына байҙарға яллана, ниндәй ҡара эш табыла, шуны башҡара, шул арала зиһенле малай уҡырға ла форсат таба. Күрше Юлдаш ауылында рус башланғыс мәктәбен тамамлап, артабан белем алыр өсөн 1901 йылда Ҡарғалыға килә һәм 7-cе мәсет эргәһендәге Ғәликәев мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бер ерҙән дә бер - ниндәй ярҙам булмағанлыҡтан үҙ йүнен үҙе күрә, буш ваҡыттарҙа тамаҡ хаҡына хәлфәгә ярҙамлаша. Йәйге каникул ваҡыттарында эш табып эшләп үткәрә. Бер йәй Ырымбурҙа Баязит байҙың сәйханаһында официант булып эшләй, бер - нисә йәй Аҡтүбә ҡалаһындағы Зәбир Фәтҡуллин тигән кешенең тирмәнендә иген ҡабул итә. 1906 йылдың йәйендә байтаҡ белем алған Мөхәмәтшә Аҡтүбә өйәҙендә ҡаҙаҡ ауылдарында балалар уҡыта.

1907-1908 йылдарҙа Башҡортостанда халыҡ һанын иҫәпләү компаниеһы - перепись үткәрелә. Был эштә тәржемәсе булып Буранғолов та ҡатнаша. Тап ошо мәлдә Иҙрис ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы эсендә) атаҡлы Ғәбит сәсән менән таныша, һуңыраҡ Ғәбит сәсән уны II Этҡолда йәшәгән Хәмит сәсән менән таныштыра. Ғәбит сәсәндең ҡурайҙа оҫта уйнауы, меңәр юллыҡ ҡобайырҙарҙы яттан белеүе уны таң ҡалдыра, халыҡ ижадын йыйыуға рухландыра, уны өйрәнеүгә әйҙәй. ,, Фольклорсылар ижады “ тигән хеҙмәтендә ошо иҫтәлекле осрашыу тураһында яҙа: ,, Мин уның менән осрашҡанға тиклем фольклорҙың тарихи әһәмиәтен белмәй инем. Йырсыларҙан йырҙы, легенданы, эпостарҙы йәшлек һәүәҫкәрлеге менән генә, иптәштәр араһында әкиәт һөйләп ярышыу уйы менән генә яҙып ала инем. Ғәбит сәсән осрағансы ҡобайыр - эпостарҙы шундай образлы итеп уҡығанды ишнткәнем юҡ ине әле. Ул мине әҫәрләндерҙе. Яҙған материал менән Риза Фәхретдиновты таныштырғас ул:

- Һинең нисә йылдар дини мәҙрәсәлә уҡығаныңдан Ғәбит сәсән менән бер аҙна юлдаш булыуың артығыраҡ булған икән, - тине.

Ысынлап та Ғәбит сәсән менән күрешеү Буранғолов өсөн генә түгел, ә башҡорт мәҙәниәте өсөн дә иҫтәлекле ваҡиға була. Ошо осрашыу арҡаһында мәшһүр ,,Урал батыр,“ ,,Аҡбуҙат“ эпостары ҡағыҙға төшөрөлә һәм ҡиммәтле хазина булып йәшәү хоҡуғын ала.

Әйткәндәй, 2013 йылдың июнендә Мөхәмәтшә Буранғоловҡа туранан - тура ҡағылған бер мәҡәлә ,,Баймакский вестник“ гәзитендә донъя күрҙе. Башкирский ,, Урал батырпережил века, благодаря народному сказителю сэсэсну из с. II Иткулово, тип аталған мәҡәләһендә Г. Ниғәмәтова Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә Әлмөхәмәтова иҫтәлектәренә таянып, киң билдәле булған мәшһүр ,,Урал батыр“ҙы яҙғанда Буранғолов Гәбит сәсән менән Хәмит сәсән - тексты бергәләп, онотҡан урындары булһа - алмашлап әйтеп тороуҙары тураһында яҙған. Пенсиялағы элекке уҡытыусы Сәлимә Килдияр ҡыҙы йәш ваҡытында Абдулов Минһажетдин ҡарт һөйләп ҡалдырған иҫтәлеген бәйән итә. Аҡһаҡал һөйләүенсә, 1910 йылдың йәйендә Мөхәмәтшә Буранғолов менән Гәбит сәсән Хәмит сәсәнгә килеп төшә. Был ваҡытта Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов йәйләүҙә ғүмер уҙғарған сағы була. Ошонда, II Этҡолдан өс - дүрт саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Хәмит йәйләүендә, эпосты артабан әйтеп яҙҙырыу дауам итә. Яҙып алыу тамамланғас хужа һарыҡ һуйып, бишбармаҡ бешереп, ҡунаҡтар саҡырып ҡымыҙ, ит менән барыһын да һыйлай. Ошо урынға, эпосты яҙып ултырған ҙур таш эргәһенә, хәҙер стелла ҡуйылған. ( ,, Баймакский вестник.“ 25 июнь, № 70, 3-сө бит ).

Ҡарғалы мәҙрәсәһенән һуң М. Буранғолов уҡыуын Ырымбурҙағы ,,Хөсәиниә“ мәҙрәсәһендә дауам итеп тамамлай, биш йыл буйына балалар уҡыта, фольклор эшенә ныҡлап тотона һәт уны мөҡәддәс бурысы тип һанай башлай. 1914 йылдың авгусында М, Буранғоловтың ,,Башҡорт ерҙәренең ситтәргә китеүе һәм уның нәтижәләре“ исемле тәүге мәҡәләһе ,,Ваҡыт“ гәзетаһында донъя күрә. ,,Шура“ журналында ,,Ашҡаҙар“ исемле йыр - риүәйәте баҫыла.

I бөтә донъя империалистик һуғыш башланыу сәбәпле уҡытыусы Буранғоловты хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул ваҡытта муллаларға, хәлфәләргә бронь ҡаралған була. Шуға күрә Ҡайыпҡол ауылы халҡы, уҡытыусыһын һуғышҡа ебәрмәй алып ҡалыу маҡсатында сходҡа йыйылып, уны мулла итеп һайлай. Һуңынан ошо эш күрә алмаусылар тарафынан оло ғәйепләү факты итеп файҙаланыла.

1916 йылда ауыл уҡытыусыларын хәрби хеҙмәттән азат итеү тураһында закон сыҡҡас, М. Буранғолов Быҙаулыҡ ҡалаһына күсеп ауыл мәктәптәре инспекторы булып эшкә урынлаша.

Октябрь революцияһын ул ҡуш ҡуллап ҡабул итә, Быҙаулыҡ өйәҙе Туҡ - Соран кантонында мәғариф бүлеге мөдире булып эшләй башлай, төплө белеме, ғәҙеллеге, бер һүҙлеге менән халыҡ ихтирамын яулай.

1818 йылдың февралендә башҡорт хөкүмәте тулы составында Ырымбур хәрби революцион комитеты тарафынан ҡулға алына. Бының сәбәбен асыҡлау өсөн төҙөлгөн комиссияға Буранғоловты халыҡ вәкиле итеп индерәләр, сөнки Зәки Вәлиди менән уның арҡадаштарын ҡулға алыу халыҡ араһында борсолоу, ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Ҡорал менән уларҙы азат итергә, ғәйеплеләрҙән үс алырға кәрәк, тигән саҡырыуҙар ишетелә башлай. Ошондай буталсыҡ көндәрҙә, ҡан ҡойошҡа юл ҡуймаҫ өсөн, эштең асылын дөрөҫ итеп аңлатыу хәжәте тыуа. Быны Мөхәмәтшә Буранғолов менән Бәхтигәрәй Шәфиев үҙ өҫтөнә ала. ,,Яңы ваҡыт“ газетаһында Буранғоловтың ,,Башҡорт туғандарға“ исемле мөрәжәғәте баҫыла, Шәфиевтың да мәҡәләһе ,,Башҡортостан“ газетаһында донъя күрә. Мөрәжәғәттә автор ҡулға алыныуға ҡағышлы тулы, дөрөҫ информация бирә, халыҡты айыҡ аҡыл, сабырлыҡ менән эш итергә саҡыра. Ошо осорҙағы ҡатмарлы хәлдәрҙе дөрөҫ аңлап, большевиктар позицияһынан сығып эш итеүгә ҡарамаҫтан, хәҙер инде Туҡ - Соран башҡарма комитеты рәйесе булып эшләп йөрөгән Мөхәмәтшәне 1920 йылда Зәки Валидовтың эштәрен хуп күреүсе тип нигеҙһеҙ ғәйепләп, ҡулға алалар һәм бер - нисә ай төрмәлә тоталар. Ғәйеп таба алмағастар, кире иреккә сығаралар, Буранғолов тағы балалар уҡыта башлай. Уҡытыуҙан бушаған ваҡыттарҙа фольклор йыя, әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Тап ошо 20-нсе йылдарҙа ул драматург булараҡ та таныла. Өфө, Ырымбур һәм ауыл сәхнәләрендә уның ,,Ашҡаҙар,” ,,Ялан Йәркәй,” ,,Шәүрәкәй“ драмалары ҙур уңышар яулай, ,,Ашҡаҙар“ пьесаһы айырым китап булып сығарыла.

1924 йылда Ғөбәй һәм Һәҙиә Дәүләтшиндарҙың кәңәшен тотоп, Мәләүез ҡалаһынан алыҫ булмаған Түләк тигән ауылға күсеп нигеҙ ҡора, балалар уҡыта, фольклор материалдар йыя, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, әҙәби ижад менән шөғөлләнергә форсат таба. Был ауылда йәшәгән осорҙа Буранғолов уңышлы ижад итә. 1924 - 1931 йылдарҙа ул ,,Башҡорт туйы,” ,,Ирек көрәше,” ,,Шәүрәкәй,” ,,Ҡара юрға,” ,,Прокурор,“ ,,Мөфти ҡыҙы Фатима,” ,,Әбйәлилдәр шайкаһы “ исемле драмалар яҙа, уларҙың байтағы сәхнәләрҙә ҡуйыла.

Фольклор материалдары йыйыуҙа ул көсөн дә, ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәй. Халыҡ ижадына бирелгәнлеге тураһында улы Нәжип былай тип хәтерләй:

,, Был ваҡиға 1926 йылда булды. Бер көн атайым менән әсәйем араһында ҙур ғына ғауға ҡупты. Баҡһаң, атайым бер - нисә аҙнаға сит райондарға фольклор йыйырға сәфәргә сыҡмаҡсы икән. Ә юлға арыу ғына аҡса кәрәк булған. Шунлыҡтан ул тоҡомға тип ҡалдырылған тананы тотонорға уйлай икән. Әлбиттә, әсәйем быға риза түгел, нишләһен, берҙән - бер малы бит. Нисек кенә булһа ла, атайым теге тананы Мәләүез баҙарына алып барып һатып ҡайтты ла атын егеп оҙайлы сәфәргә сығып та китте.”

Түләк ауылында һәм Мәләүездә эшләгән осорҙа Мөхәмәтшә Буранғолов бай материал туплай: ,,Ҡараһаҡал,”,,Батырша,” ,,Салауат менән Юлай,” ,,Иҙеүкәй һәм Мораҙым,” ,,Аҡһаҡ ҡола,” ,,Ҡуңыр буға,” ,,Ҡара юрға” һәм башҡа ҡобайырҙарҙы яҙып ала, шулай уҡ ,,Буранбай,” ,,Сәлимәкәй,” ,,Шәүрә,” ,,Ғилмияза,“ ,,Ашҡаҙар,” ,,Таштуғай” һымаҡ боронғо йырҙарҙың риүәйәттәрен яҙып теркәй.

1935 йылда яңыраҡ ҡына асылған Йоматау ауыл хужалығы техникумына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырыла. Ошо осорҙа Өфөләге Тимирязев исемендәге педагогия институтында уҡый. Бер йылдан һуң уны Дәүләкән педтехникумына директор урынбаҫары итеп күсерәләр. Ләкин кемгәлер уның хөрмәтле кеше, абруйлы уҡытыусы булып йөрөүе оҡшамай, эсе ҡайыша, ялыу яҙа. ,,Буржуаз милләтсе,“ ,,вәлидовсы,” ,,элекке мулла” тигән ошаҡ нигеҙендә эшенән бушатыла, күп тә үтмәй ҡулға алына һәм Өфө төрмәһенә ябыла. 1938 йылдың йәйендә Мөхәмәтшә Буранғолов, ете ай ултырып сыҡҡандан һуң, тулыһынса аҡлана һәм төрмә ишеген тыштан яба. Сентябрь айында Өфө Тел һәм әҙәбиәт ғилми тикшеренеү институтына ғилми хеҙмәткәр итеп алына. Бында фольклор бүлеге асыла һәм ғилми комиссия эшен Буранғоловтың бер һандыҡ итеп йыйған ҡомартҡыларын ҡабул итеү, тикшереү, баһалау эше менән айҙан ашыу шөғөлләнә. Комиссияның ыңғай баһаһы менән танышҡас, институт директоры Ә. Усманов ҙур отчет менән Мәскәүгә юллана һәи уның докладын СССР Яҙыусылар союзының фольклор секцияһында тыңлайҙар. Секция ултырышы рәйесе Ю. Соколов йыйылған материалға юғары баһа бирә лә былай тип һүҙен ослап ҡуя: ,, Беҙҙең алда иҫ китмәле бай халыҡ поэзияһы асылды. Башҡорт иптәштәргә беҙ төрлөсә ярҙам итергә бурыслы һәм ошо поэтик байлыҡты бер башҡорт халҡыныҡы ғына түгел, ә Советтар Союзының бөтә халыҡтары, хатта донъя халыҡ тарының уртаҡ мираҫы итеү өсөн ҡулдан килгән бөтә нәмәне эшләргә тейешлебеҙ. Был - беҙҙең изгеләрҙән изге бурыс.“

Институтта Буранғолов ҙур дәрт менән эшләй. Йыйған материалдарын яңы графикаға күсереп, баҫып сығарырға әҙерләй башлай. 1939-1940 йылдарҙа ул ,,Аҡбуҙат,“,,Юлай менән Салауат,” ,,Иҙеүкәй менән Мораҙым” ҡобайырҙарын матбуғатта баҫтыра. Шулай уҡ ,,Башҡорт тарихи йырҙары,” ,,Башҡорт туй йолалары,” ,,Башҡорт тарихи йырҙары һәм легендалары“ тигән йыйынтыҡтар әҙерләй. 1940 йылда ул СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына, ике йылдан һуң ,,Ватан һуғышы“ тигән ҡобайыр поэмаһы айырым китап булып донъя күрә. 1943 йылда ,,Батырҙар тураһында эпос“ тигән тәүге күләмле китабы донъя күрә. М. Буранғоловтың фольклор йыйыу буйынса фиҙәҡәр хеҙмәте, юғары поэтик һәләте оло баһа ала: 1944 йылда Башҡортостан Верховный Советы Президиумының указы менәнуға Башҡорт АССР - ының халыҡ сәсәне тигән исем бирелә.

Артабан эшлә лә эшлә ине! Тик көнсөл, ҡара уйлы кешеләр табыла. Тәүҙә уны мөкиббән бирелеп эшләп йөрөгән эшенән, йәғни ғилми хеҙмәткәр вазифаһынан, йәнәһе штат ҡыҫҡарҙы тип, бушаталар. Ош

← Предыдущая страница | Следующая страница →